-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм мыҫҡыл иткән өсөн яза биреү

Закон кимәлендә педагогтарҙың кешелек дәрәжәһен хөрмәт итеүгә, физик һәм психологик көс ҡулланыуҙың, шәхесте мыҫҡыллауҙың бөтә төрҙәренән яҡлауға хоҡуғы барлыҡҡа киләсәк. Быға тиклем бындай хоҡуҡ тик уҡыусыларҙа ғына булған.  

Уҡытыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм мыҫҡыл иткән өсөн яза биреү
Уҡытыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм мыҫҡыл иткән өсөн яза биреү

Яңы уҡыу йылында уҡытыусылар, ниһайәт, закон кимәлендә уҡыусыларҙың нахаҡ һөжүмдәренән һаҡлана аласаҡ. Был пункт федераль кимәлдәге "Мәғариф тураһында" законға былтыр декабрҙә индерелгән. Һуңыраҡ педагог статусы һәм мәғариф тураһындағы закондарға төбәк кимәлендә төҙәтмәләр индерелә.

Закон кимәлендә педагогтарҙың кешелек дәрәжәһен хөрмәт итеүгә, физик һәм психологик көс ҡулланыуҙың, шәхесте мыҫҡыллауҙың бөтә төрҙәренән яҡлауға хоҡуғы барлыҡҡа киләсәк. Быға тиклем бындай хоҡуҡ тик уҡыусыларҙа ғына булған.

Хәҙер, әгәр уҡыусы уҡытыусының хоҡуҡтарын боҙһа йәки ҡаҡшата (һөжүм итһә, кәмһетһә йәки хатта туҡмаһа), ул белем биреү ойошмаһы етәкселегенә ялыу бирергә һәм дисциплинар яза талап итергә тулы хоҡуҡлы. Әгәр элек етәксе ялыуҙы иғтибарһыҙ ҡалдыра алған булһа, хәҙер ул уны мотлаҡ ҡарарға тейеш.

фото https://shedevrum.ai/ ярҙамында эшләнгән

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: