+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
“Аманат” трибунаһы
14 Октябрь , 14:55

Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте

Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларының Башҡорт гимназиялары коллективы “Аманат” журналының яуаплы секретары Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова  менән осрашты.

Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте
Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте

Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте

Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларының Башҡорт гимназиялары коллективы “Аманат” журналының яуаплы секретары Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова  менән осрашты.

2019 йылда Нефтекама Башҡорт гимназияһында булып, күңелле викторина ойоштороп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, “Аманат”тың фирма сәғәтен дә бүләк иткәйнек. Әлеге сәфәребеҙҙә “Аманат”лы сәғәт беҙҙе сәләмләп, күңелгә йылылыҡ бөрктө.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әлфиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Кәримова етәкселегендәге Башҡорт гимназияһында ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар ҡатнашлығында берҙәм коллектив тупланған.

Журнал менән осрашыуға йыйылған гимназияның башҡорт теле уҡытыусылары, синыф етәкселәре “Аманат”тың төрлө конкурстарға бай баҫма, үҫмерҙәр зауығына тап килгән йөкмәткеле журнал булыуын билдәләне.

 

Ағиҙел Башҡорт гимназияһы ҡаланың йәме, күрке. Тыштан да эстән дә балҡып ултыра. Уҡыусылар халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, әсә телен өйрәнә. Бында Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының балаларҙың аң һәм ижади һәләттәрен үҫтереү йүнәлешендәге тәжрибә майҙансығы эшләп килә. Гимназия иң яҡшы инновацион мәктәптәр араһында уҙғарылған бәйгелә еңеүсе булды.

Уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлдә алып барған педагогик коллектив хеҙмәт итә бында. Уҡыусылар ҙа тырыш. Уҡыуҙан тыш  төрлө йүнәлештәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. “Аманат”лы осрашыуҙа уҡыусылар Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙына һорауҙар бирҙе. Журналдың конкурстары, төрлө рубрикалары менән ҡыҙыҡһындылар.

Балалар күңелендә милли рухиәт осҡоно ҡабыҙыуҙа тырышып эшләгән коллективты Гөлшат Ирек ҡыҙы Әхейәрова етәкләй.

Башҡортостаныбыҙҙың төнъяҡ-көнбайышында милли үҙаңыбыҙҙы, телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлай был белем усаҡтары. Уҡыусы балалар ҙа киләсәктә “Аманат”ты күберәк алдырып уҡыр, сараларында әүҙемерәк ҡатнашыр, “Аманат” менән бергә үҫер тигән теләктә ҡалабыҙ.

Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте
Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте
Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте
Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте
Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте
Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте
Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте
Башҡорт гимназияларында осрашыу үтте
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: