-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Алина АЙЫТБАЕВА: “Башҡорт телен уҡытыуҙағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ"

Һүҙ – делегатҡа 12-13 май Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк. Өфө ҡалаһында төрлө уҡыу йорттарында, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында дискуссия майҙандары эшләйәсәк, һуңынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында пленар ултырыш буласаҡ. Был сарала башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыуҙар ойошторола, бөгөнгө көндә актуаль булған һорауҙарға тулы яуаптар алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Алина АЙЫТБАЕВА: “Башҡорт телен уҡытыуҙағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ"
Алина АЙЫТБАЕВА: “Башҡорт телен уҡытыуҙағы көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ"

Мин  Айытбаева Алина Рәмил ҡыҙы булам, Өфө ҡалаһының 130-сы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын, съезға делегат булараҡ саҡырылдым.
Уҡытыусы һөнәрен   тынғыһыҙ, уңған, берҙәм, тырыш бал ҡорттарына тиңләр инем… Әммә йәш быуын вәкилдәре халҡыбыҙҙың ҡомартҡылары, әҙәби мираҫы менән әҙ ҡыҙыҡһына. Хәҙерге мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар, гаджеттар, компьютер технологиялары алға киткән заманда был көнүҙәк проблемаларҙың береһенә әйләнде. Халҡыбыҙҙың матур йолаларын тергеҙеү, әҙәби мираҫын йәш быуынға еткереү – башҡорт теле уҡытыусыһының изге бурысы.
Беҙгә, Өфө ҡалаһы уҡытыусыларына, балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү икеләтә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ҡала балаларында телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ата-әсәләргә туған башҡорт телебеҙҙең бала тәрбиәләүҙә, рух ныҡлығын үҫтереүҙә ҙур роль уйнауын еткереү – беҙҙең мөһим бурысыбыҙ.

Уҡыусыларҙы китап-дәфтәр менән генә, дәрестә уҡытып ҡына телгә өйрәтеп булмай. Уларҙы төрлө сараларҙа ҡатнаштырып, телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ.  Йыл да “Илһам”, “Һаумы, һаумы, әкиәт”, “Шаяниум”, Урал батыр эпосын яттан һөйләү конкурстарында әүҙем ҡатнашабыҙ.

Тик балалар менән генә эшләп тә, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкин түгел.  Ата-әсәләр менән күп эшләргә тура килә. Беҙҙең рус мәктәбе булһа ла, ата-әсәләр һәр ваҡыт ярҙамға килә, төрлө сараларҙа музыкаль яҡтан, реквизит, костюм кеүек әйберҙәр менән дә ярҙам итеп тора. Беҙ һәр ваҡыт ата-әсәләр менән бәйләнештәбеҙ. Мәктәбебеҙҙә төрлө милләт балалары уҡый,  башҡорт телен ҡыҙыҡһынып, яратып өйрәнәләр.  

Заман алға барған һайын, беҙ ҙә ҡалышмай уның менән  бергә атлайбыҙ. Үҙебеҙҙең белемдәрҙе камиллаштырыу өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, конкурстарҙа ҡатнашып торабыҙ. Быйылғы уҡыу йылы минең өсөн уңышлы булды,  “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнаштым,  ҡала кимәлендә лауреат  һәм “Танылыу” номинацияһы еңеүсеһе булдым.

Съезда башҡорт теле уҡытыусыларына эш өсөн файҙалы сиселештәр тәҡдим ителер, тип уйлайым.   Хәл ителәһе проблемалар күтәрелер, күп һорауҙарға яуаптар табылыр.  

 

Әлфиә АҠБУТИНА яҙып алды.

#АманатБашҡортТеленУҡытыу

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: