– Арыҫлан, һүҙҙе бала сағыңдан башлайыҡ. Ниндәй ғаиләлә тәрбиәләндең?
– Ике бала үҫтек: апайым Миләүшә һәм мин. Әсәйем йәш сағында ансамблдә бейей торғайны, ә атайым, хоҡуҡ һаҡлау органында эшләһә лә, ҡурайҙа, баянда уйнай. Сәнғәткә ғашиҡ кешеләр инде, ғөмүмән. Шуға ла апайымдың бейеүсе булып китеүе, минең йырлай башлауым осраҡлы түгел.
Биш-алты йәштә үк магнитофондан йыр тыңларға ярата инем. Рөстәм Ғиззәтуллин, Радик Юлъяҡшин һәм башҡаларҙың ижады күңелемә хуш килде. 3-сө синыфтан ҡурай тарттым, 13 йәштән гитара һуҡтым, 2-се синыфтан 8-сегә тиклем бейеү менән дә шөғөлләндем. Музыка мәктәбенә йөрөп, баянда, фортепьянола уйнарға өйрәндем. Атайым мауығыуҙарымды гел хупланы, бер мәл тыуған көнөмә гитара бүләк итте.
– Тимәк, шул саҡта уҡ йырҙар яҙа башлағанһың…
– Эйе, 14 йәшемдә тәүге йырымды ижад иттем. Яңғыҙ ултырғанда өйҙә электр уты һүнгәс, ни эшләргә белмәй, гитараны ҡулға алғайным, ҡалғаны үҙенән-үҙе килеп сыҡты инде.
– Ниндәй йыр ул?
– Компьютер менән Интернет тураһында ине (көлә). Уны бер ҡайҙа ла ишеттермәнем.
– Ә мөхәббәт хаҡында?..
– Үҫмер саҡта ундайҙары ла байтаҡ яҙылды. Аҡыл ултырғансы (көлә).
– Ҙур сәхнәгә нисегерәк килеп эләктең?
– Өфөлә уҡый башлағас, урыҫ телендәге йырҙарым менән төрлө урында сығыш яһарға тура килгеләне. Бер мәл, миңә 18 йәш ине шикелле, дуҫ егеттәр башҡортса йырҙар ижад итергә һәм башҡарырға тәҡдим итте. Тотонғас, ярайһы уҡ һәйбәт килеп сыҡҡандай булыуын тойҙом, оҡшап ҡалды. Тик башта ул йырҙарҙы Интернеттағы социаль селтәрҙәргә генә һала инем.
2016 йылда “Йәшлек-шоу” фестивалендә ҡатнашҡас, үҙ көсөмә ышанысым артып китте. Сәхнәгә сығып, башҡортса үҙ йырҙарымды башҡарыуым күңелгә ҙур ҡәнәғәтлек бирә. Ни тиһәң дә, милли мөхиткә, халҡыңа бәйлеһең, уға хеҙмәт итәһең. Хәҙер инде йырҙарым төрлө урындарҙа, шул иҫәптән “Юлдаш” каналында ла йыш яңғырай.
– Кемгә оҡшарға тырыштың? Кемдер алға этәрҙеме?
– Бәләкәй сағымдан минең өсөн Миләүшә апайым өлгө булды. Уға гел һоҡланып ҡарай торғайным. Апайымдың оҫта бейеүе, төрлө конкурстарҙа еңеүе, бер ниндәй кәртәләргә ҡарамай, хыялына табан барыуы илһамландыра, рухландыра мине. Бөтөн башланғыстарымды хуплағандары, яҡшы тәрбиә, белем биреп, бәхетле итеп үҫтергәндәре өсөн атайым менән әсәйемә ныҡ рәхмәтлемен.
– Белеүебеҙсә, йырсы ғына түгелһең. Ҡайҙалыр эшләйһеңме?
– Әлеге ваҡытта эшҡыуармын, концерттар ойоштороу менән шөғөлләнәм. Был өлкә, артистар тормошо барыбер күңелемә яҡын.
– Киләсәккә ниндәй маҡсаттар менән янаһың?
– Йырҙарымды альбом итеп яҙҙырыу бурысы тора. Сәхнә өсөн үҙ проекттарым да бар. Әле концерт директоры булараҡ тәжрибә туплауым, партнерҙар менән аралашыу даирәһен киңәйтеүем киләсәктә ныҡ кәрәгәсәк.
– Ғөмүмән, йырсы булып танылыуы ауырмы? Аҡса күп кәрәк, тиҙәр.
– Улай тип уйламайым. Программалаусы булғас, көйҙәрҙе тулыһынса тиерлек үҙем эшкәртәм.
Минеңсә, һәләт, илһам һәм теләк кенә кәрәк. Аҡса етмәүе – һылтау. Бер миҫал: Егор Крид 2012 йылда Өфөгә килгәндә концертына ни бары 14 кеше йыйылғайны, былтыр иһә ул, йылына 4 миллион доллар аҡса эшләп, Рәсәй “йондоҙ”ҙары рейтингында етенсе урынға менде! Иң мөһиме – барыһы ла яратып ҡабул итерлек, үҙенсәлекле йырҙар яҙыу, уларҙы ихлас башҡарыу.
– Йыр яҙыуҙан башҡа ни менән ҡыҙыҡһынаһың?
– Китаптарҙы күп уҡыйым, һуңғы осорҙа фәлсәфәүи әҫәрҙәргә нығыраҡ иғтибар бүлдем, шикелле. Ғүмер баҡый йырлап йөрөп булмаҫ, шуға бизнестың төрлө тармаҡтарын өйрәнәм.
– Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Арыҫлан!
– “Аманат” журналын уҡыусыларға күп сәләм! Барыһына ла уңыштар теләйем. Тормошта үҙ юлдарын тапһындар, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаһындар!
ҺҮРӘТТӘ: Арыҫлан Хәйбуллин Егор Крид менән (Өфө, 2012 йыл).