+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
22 Октябрь 2018, 17:36

Оркестр-егет

Был һандағы геройыбыҙ – “Zainetdin” проекты авторы, бейеүсе, КВН-сы, ун биш төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Заһир Зәйнетдинов.

Үҙ көсө, тырышлығы менән Хоҙайҙан бирелгән һәләтен һәр яҡлап үҫтереүсе егетте “сәхнәлә үҫкән” тип әйтергә була. Дүрт йәшендә генә, Өфө сәхнәһендә бейеп, республика етәксеһе ҡулынан бүләккә милли кейем алған!

– Заһир, ғаиләң, туғандарың менән таныштырып үтһәңсе. Данлыҡлы музыканттар нәҫеленәнме һин?
– Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуып үҫтем. Атайым Зөфәр Миңләхмәт улы ҙур, татыу ғаиләнең унынсы балаһы (данлыҡлы виртуоз ҡурайсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән бер туғандар). Зәйнетдиновтарҙың (атайымдың атаһы Миңләхмәт олатайымдың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре) 74 кешенән торған ҡумыҙсылар ансамбле бар. Улар араһын-да – уҡытыусылар, спортсылар, һәм башҡа һөнәр эйәләре. Бөтөнөбөҙ ҙә сәнғәткә, йыр-бейеү-гә ғашиҡ, халыҡ ижадын, ҡурай-ҡумыҙ моңдарын яратабыҙ. Райондың, республиканың байрам сараларында әүҙем ҡатнашабыҙ.
Әсәйем Ейәнсура районының Үтәғол ауылында тыуып үҫкән. Өләсәйем дә сәнғәт кешеһе – “Йәмһибә” фольклор ансабле етәксеһе. Салауат ҡустым Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатын уңышлы тамамлап, әле Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында тәржемәсе һөнәрен үҙләштерә. Ул да – бейеүсе, музыкаль һәләте лә бар. Ә бына Зөлфирә һең-лем балерина булырға хыяллана. Ауылға ҡайтҡанда уға бүләккә мотлаҡ махсус кейем алам.

– Сәхнәләге беренсе сығышыңды хәтерләйһеңме?
– Атайым бала саҡтан артист булырға хыялланған. Йәш сағында бейеү менән сит илдәрҙә лә сығыш яһаған. Мин тыуыу менән ул үҙенә, артист була алманым, улымды һис шикһеҙ артист итәм, тигән. Был донъяға килеүемдең тәүге көндәренән үк атайымдың ҡурай моңдарына иҙерәп йоҡлағанмын. Сәңгелдәктә ятҡанда мине, илаймы был тип, барып ҡараһалар, йырлап ятҡанмын. Бер аҙ үҫә төшкәс, һөйләшә лә белмәгән көйө, хатта “Уйыл”, “Томан” кеүек оҙон көйҙәрҙе һуҙып маташҡанмын.
Беренсе аҙымдарым да бейей-бейей яһалған, сөнки атайым гармун уйнап ебәреү менән бейеп киткәнмен. Ныҡ талапсан булды. “Бейегәндә ҡаты баҫ! Күҙҙәрең янып торһон! Арҡаңды тура тот!” – тип шелтәләрен әйтеп кенә тора ине. Үксәләрем зәңкей башлаһа, аптырап торманым, аяғыма ойоҡбаш кейеп бейенем.
Дүрт йәшем тулғас, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнәм, тип атайымдың артынан бер тотам ҡалмай, эйәреп йөрөнөм. 1998 йылда, “Ғаилә мозаикаһы” республика конкурсында 1-се урын яуланыҡ. Был минең ҙур сәхнәләге тәүге уңышлы сығышым булды.
4-се синыфты тамамлағас, артабан Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының тромбон синыфында уҡыным. Легендар бейеүсе Рәшиҙә Туйсина етәкселегендәге “Ынйы” бейеү ансамбленә, ҡурай түңәрәгенә, вокал дәрестәренә йөрөнөм. Ун йәштәр тирәһе булғандыр, “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында репетициялар бара, бейеү ансамбле коллективы менән, үҙ сиратыбыҙҙы көтөп, тамашасы залында ултырабыҙ. Шул саҡ сәхнәгә ҡарап: “Киләсәктә ошо сәхнәлә концертым буласаҡ!”– тигән уй йүгерҙе башымдан.
Спорт менән дә ныҡлап шөғөлләндем. Имгәнһәм-имгәндем, уйынды ташлап китмәнем. Еңеү өсөн сәмләнеп уйнаным. Спортта алған йәрәхәттәрҙе миндә һанап бөтөрөрлөк түгел! (көлә). Бәләкәйҙән һалынған сәм һәм ныҡышмалылыҡ тынғылыҡ бирмәй: “Барыбер шул эште атҡарып сығасаҡмын!”, “Мин еңәсәкмен!” – берәй эште эшләр алдынан бына шундай уй-маҡсат тыуа миндә.

– Һин – профессиональ бейеүсе, музыкант, режиссер. Төрлө йүнәлештә шөғөлләнгән кешегә, һөнәр һайлауы ла ауырҙыр?
– Эйе, был турала оҙаҡ уйландым. Тромбонда, ҡурайҙа профессиональ кимәлдә уйнағас, режиссер һөнәрен һайланым. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға индем.
Профессиональ бейеүсе булырға тигән теләк, бала саҡ кумирым Хәлил Ишбирҙин нигеҙ һалған Стәрлетамаҡ бейеү театрына килтерҙе. Махсус белемем булмағас, һынамаҡҡа ғына эшкә алындым. Профессионалдар менән бер кимәлдә сығыш яһау өсөн әҙерләнергә өс ай ғына ваҡыт бирелде. Теләк шул тиклем көслө ине, көнө-төнө шөғөлләндем. Башҡалар ҡайтып китә, ә мин бейеүҙәр өйрәнәм, репетициялар яһайым, балалар менән бергә классиканан дәрестәр алам. Шулай тырыша торғас, бер йылдан театрҙа солист булараҡ та сығыш яһай башланым. Тәүге йырымды сығарып, клип төшөрөргә лә ваҡыт табылды ошо осроҙа.

– Проектта тағы ла кемдәр менән эшләйһең?
– Продюсеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин. “Zainetdin” проектында беҙ уның менән бергәләп эшләйбеҙ.

– “Zainetdin” ни өсөн этно йүнәлешендә?
– Бейеүсе лә, йырсы ла, музыкант та булдым. Бөтә донъяла популяр этно-стиль йүнәлеше шуларҙың бөтәһен бергә туплай. Республиканың мәҙәни сараларында ғына түгел, күп илдәрҙә сығыш яһарға тура килде. Сит ил тамашасыһы сығышымды алҡыштарға күмеп, башҡорт моңон бик йылы ҡабул итте. Был миңә илһам, дәрт өҫтәне. Башҡорт халҡының ижадын донъя кимәленә сығарғым килә. Сит ил халҡы беҙҙең ҡурайҙы, ҡумыҙҙы, йырҙарҙы тыңлаһын, бейеүҙәрҙе, милли кейемдәрҙе күрһен, башҡорт милләтен таныһын, тигән теләк менән йәшәйем.

– КВН-ға нисек килеп эләктең?
– Гимназияла 9-сы синыфта уҡығанда “Ҡыҙыҡ мажор” тигән команда тупланыҡ. “Шаяниум”да ике йыл рәттән “Өмөт” номинацияһы алдыҡ. Илһамланып, үҙебеҙгә мотлаҡ еңеү яуларға, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Марсель Мөхәмәтйәновтан ярҙам һорап, ныҡлап әҙерләнеп, был маҡсатҡа ирештек. Аҙаҡ ул мине үҙҙәренең “Бытбылдыҡ” командаһына саҡырҙы. Стәрлетамаҡҡа эшкә күскәс тә КВН-ды ташламаным. Репетицияларҙан ҡалмайым тип, көн дә тиерлек Өфө–Стәрлетамаҡ юлын тапаным. Шулай өс йыл йөрөп, гран-при алып ҡуйҙыҡ.

– Ялыңды нисек ойоштораһың?
– Бер аҙ йоҡо туйҙырып алам да, ҡабат музыка донъяһына сумам. Оҙайлы ял минең өсөн түгел, арый башлайым. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, эштә булырға кәрәк миңә, күңелем алға ынтыла.

– Һәләте, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы арҡаһында ижад баҫҡысынан юғары үрләүсе, ни тиһәң дә, шәп егет Zainetdin-Заһирға киләсәктә уңыштар теләйек!
Читайте нас: