-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Төҙөүсе диджей

Ун һигеҙ йәшемдә беренсе тапҡыр төнгө клубҡа барҙым. Диджейҙан күҙемде алмай ҡарап торғаным әле лә хәтеремдә: “Мин дә уның кеүек залды бейетермен әле”, тигән теләк тыуҙы шул саҡта, - ти Рудольф.

Рудольф Йөҙлөбаев Көйөргәҙе районы Ермолаево ҡасабаһының музыка мәктәбенең баян класын – “биш”ле билдәләренә, ә урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. Бәләкәйҙән музыка, футбол һәм футбол фристайлы менән ныҡ мауығып үҫә егет. Яңғыҙы ла, бер туған һеңлеһе Диана менән (ул да баянда оҫта уйнай) бер ансамбль булып та, районда, республикала үткән мәҙәни сараларҙа, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Алтынсы синыфта уҡығанда, хатта үҙенән өлкән ағайҙар менән ярышып, “Уйна, гармун” конкурсында призлы урын ала.

Кем булырға, ҡайҙа уҡырға инергә тигән һорау торғанда, Рудольф, ата-әсәһенең фәһемле кәңәштәрен тотоп, Өфө нефть

техник университетына уҡырға инә һәм архитектура-төҙөлөш факультетын, ошо уҡ уҡыу йортоноң магистратураһын уңышлы

тамамлай. Төҙөлөш белгесе һөнәрен алһа ла, күңеле һаман да музыкаға тартыла егеттең.

Күңелле студент йылдарында университетта үткән төрлө кисәләрҙе музыкаль яҡтан биҙәүсе, ойоштороусы булып та сығыш яһай. Был шөғөл бар күңелен яулап ала. Әүҙемлеге, тырышлығы, яҡшы уҡыуы өсөн юғары стипендияға лайыҡ була. Уҡыуҙан тыш буш ваҡытта эшләп табылған хәләл аҡсаһын йыя килеп, аппаратуралар комплекты, проектор, төтөн, яҡтылыҡ ҡорамалдары һәм башҡа нәмәләр һатып ала.

– Тырышып уҡырға, һәр саҡ юғары белемгә ынтылырға кәрәк. Сөнки тормош шул тиклем тиҙ үҙгәреп тора. Спортмы, бейеүме,

ғилемме, журналистикамы, интернет өлкәһеме, йәш саҡта күңел нимәгә ята – шуның менән шөғөлләнеп ҡалырға кәрәктер, – тип кәңәш итә Рудольф “Аманат”ты уҡыусы дуҫтарына.

– Әгәр диджей булғығыҙ килә икән, минең кеүек үҙаллы диджеингты үҙләштерегеҙ. Бының өсөн иң беренсе музыкаль белем

алырға кәрәк. Мәктәптә уҡығанда уҡ мин үҙаллы гитарала уйнап, бит (төрлө стилдә уйналған яҙмаларҙың варианты) эшләргә өйрәндем, музыкаль ҡатнашма (микс) яҙҙырҙым. Ун һигеҙ йәшемдә беренсе тапҡыр төнгө клубҡа барҙым. Диджейҙан күҙемде алмай ҡарап торғаным әле лә хәтеремдә: “Мин дә уның кеүек залды бейетермен әле”, тигән теләк тыуҙы шул саҡта. – Бына шулай, башланған эште ярты юлда ҡалдырып китмәҫкә кәңәш итә тырыш ағайығыҙ.

Рудольф әлеге мәлдә музыка донъяһында ҡайнап йәшәй. Тантаналы байрам сараларын музыкаль яҡтан юғары кимәлдә ойоштороусы, биҙәүсе, проектор, тауыш, яҡтылыҡ ҡорамалдарын ҡуйыусы ағайығыҙ “Аманат” журналы редакцияһы менән берлектә мәктәптәрҙә күңелле дискотека ойоштороуҙа ла ярҙам итә.

Дуҫтар, “Аманат”ҡа мәктәбегеҙ менән яҙылып, редакциянан бүләк – күңелле дискотека отоғоҙ!

Ә диджей булырға теләүселәргә, Рудольф Йөҙлөбаев ағайығыҙ ошо һылтанмалар буйынса vk.com/djrude йәки https://www.instagram.com/djrudemusic/ һеҙҙең һорауҙарығыҙға ихлас яуап бирергә әҙер.
Читайте нас в