+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Зәйнетдин "Мөғжизәләр яланы"нда!

Зәйнетдин Якубович менән осрашҡан!

Башҡорт эстрадаһының йәш, талантлы милли-инструменталсыһы Зәйнетдин Беренсе каналдың "Мөғжизәләр яланы" уйынында ҡатнаша.
- Бала саҡтан был тапшырыуҙы яратып ҡараным һәм ҡатнашырға хыяллана торғайным. 20 йылдан һуң ниһәйәт, был хыялым да тормошҡа ашты. Тәүҙә ҡатнашырға теләк белдереп ғариза ебәрҙем, сығыштарымдың видеояҙмаларын да беркеттем. Саҡырыу килгәс, бер аҙ ҡурҡытып та ҡуйылды: бирелгән һорауға яуапты белерменме? Шулай ҙа, бындай тапшырыуҙа еңеү түгел, хатта ҡатнашыу ҙа ҙур мәртәбә, тип үҙемде тынысландырҙым. Салауат һәм Мәсетле райондары хакимиәтенә ҙур рәхмәт: күстәнәстәр, бүләктәр әҙерләргә ярҙам иттеләр. Тапшырыу бер тынала төшөрөлдө, студияла үҙ эшен белгән профессионалдар ғына эшләй. Ниндәй һорауҙар бирелгәне, мин ниндәй бүләктәр алыуым тураһында һөйләмәйем, барыһын да тапшырыуҙан ҡарарһығыҙ - ти Заһир.
Этностилдә ижад итеүсе егет зәңгәр экрандар аша башҡорт моңдарын яңғыратырмы? Леонид Якубовичҡа милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттергәнме? Суперуйынға барып етә алғанмы? Быларҙың барыһын да 14 июнь көнө Беренсе каналда, сәғәт 19:50-лә ҡарап белерһегеҙ. "Мөғжизәләр яланы" уйынын ҡарарға онотмағыҙ!


Фото: vk.com


Читайте нас: