Кисә “Ватан” этнопаркында ул тамашасыға: “ Элвин Грейға концерт өсөн рәхмәт. Уның арҡаһында беҙҙең сығышты ҡыҫҡарттылар”, – тип хәбәр иткән.
Тамашасы ризаһыҙлыҡ белдереп, Сергей Приказчиковтың сәхнәгә тағы сығыуын һораған. Әммә теләктәре тормошҡа ашмаған, был ваҡытта инде йырсы Алһыу сығыш яһарға әҙерләнгән булған.
Шоуҙан һуң социаль селтәрҙәрҙә Приказчиковтың ижадын яратыусылар йырсының тыуған ҡалаһындағы сығышының бик ҡыҫҡа булғанына үкенес белдергән – төркөм дүрт хит башҡарған.
Радик Юлъяҡшин иһә аҙағыраҡ социаль селтәргә “Пицца” менән бергә төшкән фотоһын ҡуйып, “дуҫлаштыҡ” тип яҙған. Сергей Приказчиков та аңлатмаларҙа ошондай уҡ һүҙ менән яуап биргән.