- Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар. Минең исемем Рөстәм Исхаҡов, - тип башлаған ул үҙенең сығышын. - Бөгөн һүҙ Элвин Грей тураһында барасаҡ. Беҙ бығаса уның Баҡыға "Жара" Халыҡ-ара музыка фестиваленә барыуы, донъя һәм Рәсәй йондоҙҙары менән фотоға төшөүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Былар бөтәһе лә яҡшы, супер, Радик Юлъяҡшин, Эльвин Грей - молодец. Беҙ унда бер нәмәгә иғтибар иттек. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Эмин Агаларовтың кем икәнлеген беләһегеҙ. Ул Рәсәй йондоҙо, шоумен, Жара фестивале етәкселәренең һәм ойоштороусыларының береһе. Бына шулай, уның дуҫы Эминды Элвин Грей менән таныштыра. Радикты стадиондар йыйған башҡорт йондоҙо, ти. Бында Радикка бер ниндәй дәғүә юҡ. Ул үҙе лә tatar today-ға башҡорт булыуын һәм 2020 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорт булып яҙыласағын әйтте. Әммә ул Татарстанға килгәндә уны татар һәм башҡорт йондоҙо тип таныштыралар. Шулай ҙа уның беҙҙең йондоҙ булыуы мөмкинме? Халыҡ-ара ареналарҙа уны башҡорт йондоҙо тип иғлан итәләр. Бында Радикка бер ниндәй дәғүә юҡ. Радик - молодец! Беҙ уны бер һүҙһеҙ хөрмәт итәбеҙ. Бөтәһе лә уны ошоноң менән ҡотлай. Бабек та уның менән фотоға төшә, сығыш яһай. Был бик шәп. Ә ҡайҙа һуң беҙҙең татар йондоҙҙары? Беҙ тағы шул уҡ һорауға кире ҡайтабыҙ: ҡайҙа һуң татар йондоҙҙары?
Беҙ уны татар һәм башҡорт йондоҙо тип иғлан итәбеҙ, әммә ул бит башҡорт йондоҙо. Башҡорттарҙың үҙҙәренең йондоҙо - Элвин Грей бар, беҙ бының менән риза. Ә ҡайҙа һуң татар эстрадаһында үҫкән стадиондар йыйған һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә лауреат булған татар йондоҙҙары?
Ҡасандыр беҙ Алһыуҙы татар йондоҙо тип иҫәпләнек, әммә хәҙер ул Рәсәйҙеке. Бер кем дә уны татар йондоҙо тип иғлан итмәй, һәм Алһыу үҙе лә әйтмәй. Эйе, Татарстанда йондоҙҙар бик күп, улар саралар ойошторалар, ауылдарында концерттар ҡуялар. Был яҡшы, мин бының өсөн бик шатмын. Ә бына донъя, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашҡандар юҡ. Бына Башҡортостанда, Элвин Грей, ул ихлас йылмайып, татарҙарҙың танауына сиртте. Был ваҡытта татарҙар нимә эшләй һуң? Улар ғәфү үтенәләр, беҙ толерант халыҡ, беҙҙә бөтәһе лә яҡшы... Әммә бындай толерантлыҡтың ниндәйҙер сиге булырға тейеш бит? Элвин Грей - молодец! Ул татарҙарҙың танауына сиртте, ә татарҙар уйланырға тейеш. Һәр ваҡыт башҡаларҙы ғына маҡтарға ярамай. Үҙебеҙгә үҫергә, артабан барырға кәрәк. Бөтәгеҙгә лә хәйерле көн теләйем".