+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
14 Август 2019, 21:08

Элвин Грей тураһында китап сыҡҡан

Китапты Татарстан башҡорттары Радий Хәбировҡа бүләк иткән

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» Конгресс-холында сит өлкәләрҙән килгән милләттәштәребеҙ менән осрашты. Осрашыу барышында Татарстан башҡорттары вәкиле Рәхимә Вәлиуллина, «Саба» терерадиокомпанияһының "Мораҙым" мәғлүмәти-музыкаль радиотапшырыуы алып барыусыһы, Элвин Грей (Радик Юльяҡшин) тураһында автобиографик китабын Радий Фәрит улына бүләк итте. Рәхимә Вәлиуллина китаптың авторы. Китап башҡорт һәм татар телдәреңдә меңешәр дана баҫылған.


Китапта Радиктың алты айлыҡ сағынан бөгөнгө көнгәсә фотолары урын алған. Нимә тураһында яҙылған был китапта? Әлбиттә ябай башҡорт малайының нисек итеп ҙур үрҙәрҙе яулауы хаҡында.


"Аманат" журналы ла Радикты үҫтереүҙә өлөш индерҙе. Киң мәғлүмәт баҫмаларынан беҙ беренселәрҙән Элвин Грейҙың постерын баҫтырҙыҡ, уның турала мәҡәлә яҙҙыҡ. Беҙҙең журнал ойошторған концерттарҙа ла Радик әүҙем ҡатнашты. Хатта рекламный ролик та төшөрҙөк. Бына:


Читайте нас: