-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
29 Сентябрь 2019, 17:03

Дирижер Рөстәм Сөләймәнов быяла тирмә эсендә бер аҙна буйына башҡорт көйҙәрен скрипкала уйнарға уйлай.

Бер аҙна буйына ашамай эсмәй башҡорт быяла тирмәһендә скрипкала ғына уйнайым тине Рөстәм Сөләймәнов.

Үҙенсәлекле форматтағы музыкаль перфоманс 11-18 октябрь «Арт-Квадрат» сәнғәт үҙәгенең ивент-холында үтәсәк. Ойоштороусыларҙын төп маҡсаты башҡорт халҡының уникаль милли сәнғәтең һаҡлау һәм киләсәк быуанға аманат итеп ҡалдырыу.
Акция Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. "Был сәйәси акция түгел. Мин башҡорт милли көйҙәрен скрипкала уйнап тыңлаусыларға башҡорт байрамдары, ритуалдыры, фольклор йолалары менән ассоциация эшләмәксемен" тине Рөстәм Сөләймәнов.

Сараның рәсми асыу тантанаһы 11 октябрь, 19.00 сәғәттә. Инеү бушлай.

Билдәле скрипкасы, дирижер, уҡытыусы һәм колумнистың быға тиклем перфомансы "Башҡортостан" дәүләт концерт залының фойеһында үткән ине. Ул саҡта музыкант ҡурай менән скрипканы быҡан ине. Музыканы юҡ иткәндән һуң яңы һулыш биреү хаҡында ине ул акцияһы.

Мәғлүмәт һәм фото "Башинформ"дан алынды.


Читайте нас: