Бик күптәрҙең яратҡан йырсыһы Лиана Хәбибуллина быйыл тәү тапҡыр әсәй булды. Лиана һәм уның ире Динис Уйылданов бәпестәренә Асҡар тигән исемде һайлаған.
Был пар өйләнешкәндән алып Америка Ҡушма штаттарында йәшәй, сит илдә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә көс һала, тыуған яғына йыш ҡайтып йөрөй. Әсә улын Америка клиникаһында тапҡан, шунлыҡтан, закон буйынса, Асҡарға был илдең гражданлығы ла бирелгән.
Әлегә Лиана һәм Динис - Башҡортостанда, ғаилә бала хәстәренә күмелгән. Әйткәндәй, йырсының ижадын һөйөүселәр иғтибарына! Лиана Хәбибуллина Илгиз Абдрахмановтың концертында “Өфө уттары”нда 6 декабрь сығыш яһаясаҡ, тамашасылар яратҡан хиттарҙы башҡарасаҡ.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.