+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
13 Февраль 2020, 14:37

Иҫ белгәндән алып йырлайым

"Аманат"тың яҡын дуҫы, йырсы, ҡурайсы, алып барыусы егет – Рифат Йәмлихин үҙен тәбиғәт балаһы тип иҫәпләй.

Рифат Йәмлихин 1988 йылдың 26 июнендә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында донъяға килгән. Тәүҙә Яйыҡбай мәктәбендә белем ала, аҙаҡ 7-се синыфтан уҡыуын Сибай гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Сибай сәнғәт колледжын, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай.
– Рифат, йыш ҡына йырсылыҡ һәләте ҡандан күсә, тиҙәр. Ғаиләгеҙҙә йыр-моңға һәләтлеләр бармы?
– Ни тиклем сәйер тойолмаһын, минең барлыҡ туғандарым, ата-әсәйем дә бер ҡасан да йырламаны. Һәр хәлдә, мин үҙем иҫләмәйем. Атайымдың һөйләүе буйынса, атайым яғынан Сабит оло ҡартатайым ҡурайҙа уйнаған.
Атайым үҙе ғүмере буйы урмансы булып эшләне, әсәйем – хужабикә. Ғаиләлә беҙ өсәү үҫтек. Ағайым – уҡытыусылыҡты, ә һеңлем медицинаны һайланы. Бер мин генә сәхнәгә ылыҡтым.
– Тәпәй баҫҡандан алып йырлай башланыңмы?
– Унан да алдараҡ булмаһа әле ул. Иҫ белгән мәлдә мин рәхәтләнеп йырлай инем. Балалар баҡсаһында ла, мәктәптә уҡыған саҡта хорҙа, яңғыҙым да тамашасы алдында сығыш яһаным.
Ниндәй йыр ныҡ иҫтә ҡалған?
– Бәләкәй саҡта иң яратып башҡарған йыр ул – “Батырҙар йыры”. “Эйәрле ат беҙ менгәндәр, һау булығыҙ, йән һөйгәндәр” – тип балалар баҡсаһында күмәкләп йырлай торғайныҡ.
– Һин музыка ҡоралдарында ла бик оҫта уйнайһың. Кем өйрәтте?
– Ҡурайҙа уйнау серҙәренә 3-сө синыфта уҡығанда ҡурай түңәрәге етәксеһе, минең остазым Рәил Хәсәнов төшөндөрҙө. Ә гитарала уйнарға Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында уҡыған саҡта, 7-се синыфта өйрәндем. Минән ике синыфҡа өлкәнерәк Тимур Вәлитов (Zindan) өйрәтте миңә. Ул ваҡытта ни, танауға яңы еҫ инә башлаған ваҡыт, беҙ – Тимур, Илгиз Абдрахманов һәм мин – гитара ҡылдарын сиртеп, мөхәббәт тураһында йырҙар уйлап сығарып, йырлай торғайныҡ.
Ни өсөндөр 40 бала уҡыған синыфтан мин бер үҙем генә гитарала уйнарға өйрәндем. Башҡаларҙың теләге булманымы икән...
Әле лә йырҙар ижад итәһеңме?
– Эйе. Шиғырҙы бәләкәй саҡтан уҡ яҙа торғайным. Тора-бара көйҙәр ижад итә башланым. Йырҙарым күбеһенсә мөхәббәт тураһында, ретро стилендә. Был стиль күңелемә яҡын, сөнки ундай йырҙарҙа мәғәнә бар, һәр һүҙенә тәрән фекер һалына. Заманса стилдәрҙе өнәмәйем. Уларҙа 75 һүҙ ҙә бер фекер.
– Ә ял көндәрен нисек үткәрәһең?
– Бик һирәк тәтей ундай бәхет. Аҙна аҙағында мотлаҡ берәй сараны алып барырға тура килә, йәкшәмбе көн генә минең өсөн ял.
Уңайы сыҡҡан һайын кәләш менән театрға барырға тырышабыҙ. Яңғыҙ паркта, йәки урманда йөрөргә яратам. Кино ҡарайым. Фантастика, боевик - минең жанр түгел. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған тарихи һәм тормошсан мелодрамалар, драмалар ҡарайым.
– Тимәк, һин – тәбиғәт балаһы?
– Әлбиттә. Атайым урмансы булғас, уға эйәреп йыш ҡына урманға, ҡырға сыға торғайным, тәбиғәт ҡосағында үҫтем, тиһәм дә була. Шуға ла мин унан илһам, көс, дәрт алам.
– Ижади пландарың ниндәй?
– Быйыл Көньяҡ Урал райондарына концерттар менән ҡайтырға йыйынам.
– Уңыштар юлдаш булһын һиңә, Рифат! Ижади үрҙәр теләйбеҙ!
– Рәхмәт!
Миләш БАЙЪЕГЕТОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: