-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ике юлдың береһен генә һайлау мине ҡурҡыуға һалды...

Нимә ул хайп? Замана башҡорт һылыуы ниндәй булырға тейеш? Социаль селтәрҙәрҙән ҡайһыһы – иң шәбе? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, беҙ һуңғы йылдарҙа үҙенең яғымлы, наҙлы, шул ваҡытта көслө тауышы менән тамашасы һөйөүен яулаған йырсы Диана Шиһапова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Нимә ул хайп? Замана башҡорт һылыуы ниндәй булырға тейеш? Социаль селтәрҙәрҙән ҡайһыһы – иң шәбе? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, беҙ һуңғы йылдарҙа үҙенең яғымлы, наҙлы, шул ваҡытта көслө тауышы менән тамашасы һөйөүен яулаған йырсы Диана Шиһапова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Сәләм, Диана! Әйҙә, танышып үтәйек. Ҡайһы яҡ һылыуы булаһың?
– Мин үҙем Өфөлә үҫтем. Атайым Салауат районынан, ә әсәйем – Балаҡатай районынан, мин ошо яҡтарға бәләкәй саҡтан олатай-өләсәйемә ҡайтып йөрөнөм, һәр йәйем ауылда үтә торғайны.
– Белеүебеҙсә, һинең сәхнә тормошоң “Сулпылар” телевизион конкурсынан башланып киткән. Шуның турала һөйләп үт әле.
– Музыка менән мин балалар баксаһында шөғөлләнә башланым. Өфөнөң 308-се башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсем Бикә Әхтәм ҡыҙы мине бер тапҡыр төшкө аштан һуң саҡыртып, йыр йырлатып ҡараны, шунан һуң беҙ бәйгегә әҙерләнә башланыҡ, мине беренсе сәхнәгә сығышым нәҡ ошо ваҡытта булды.
Аҙаҡ, 102-се башҡорт гимназияһына уҡырға килгәс, музыка дәресе уҡытыусыһы Фәйрүзә Хаҙимулла ҡыҙы миңә башҡорт йырҙарын өйрәтә башланы. Һәр бер мәктәп, ҡала сараларында мин әүҙем ҡатнаша торғайным, шулай минең сәхнәгә күңелем ятты, ҡурҡмай башланым. Шуны һиҙептер, бәлки, икенсе класста, 2010 йылда беренсе тапҡыр “Сулпылар” йыр-моң бәйгеһендә ҡатнаштым, үҫә бара мин ул бәйгелә тағы ла көс һынап ҡараным. 2013, 2015 йылдарҙа ҡатнашҡайным. Тамыр телеканалы минең иң беренсе ижади баҫҡысым булды, камера алдында эшләргә, ҡуркмаҫҡа тап унда өйрәнелде. “Тамыр”ҙа эшләгән ағай-апайҙар шул тиклем миңә оҡшағайны, һәм мин үҙемә йыр-моңдо ташламаҫҡа, алға табан барырға һүҙ бирҙем. "Сулпылар" миңә ҙур тәжрибә бирҙе.
– Яңылышмаһаҡ, КВН да һиңә ят түгел...
– Эйе, дөрөҫ, КВН миңә бик яҡын. 5-се синыфта уҡығанда беҙҙең башҡорт теле уҡытыусыһы Зилиә Юлай ҡыҙы, һәйбәт уҡыған, гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы йыйылышҡа саҡырҙы. Шул уҡыусылар иҫәбендә мин дә булдым. Беҙгә гимназиябыҙҙа элегерәк башҡорт КВН командаһы булыуы тураһында, уларҙың "Шаяниум"да булған уңыштары тураһында һөйләнеләр. Һәм шул саҡ уҡытыусым беҙгә: “Һеҙ гимназиябыҙҙың яңы КВН составы булаһығыҙ", – тине. Мин быға бик шатландым. Беҙ, үҙебеҙгә яңы маҡсаттар ҡуйып,“Етегән+1” командабыҙ менән "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһенә әҙерләнеп башланыҡ. Мин командабыҙҙың капитаны булдым, 9-сы синыфҡа тиклем уйнаным, йыл һайын ҙурыраҡ дәрәжәгә етә торғайныҡ, әммә беҙҙең иң ҙур хыялыбыҙ – кубок ине. Ниһайәт, 2017 йылда, минең һуңғы уйынымда,"Етегән+1" командаһы гимназияға беренсе кубокты алып ҡайттыҡ
КВН-ды бик һағынам, әгәр ҙә әлеге командабыҙ миңә “Диана апай, уйынды ҡарарға кил әле” – тиһәләр, һәр ваҡыт барам, сөнки уйын ваҡытында еңеүгә ҡарата иң ҙур шарт – залда көйәрмәндәр булыуы.
– Һәм сәхнәгә ылығыу һине 2018 йылда “Йәшлек-шоу”ға алып килде...
– Тап шулай. 2018 йылда “Йәшлек-шоу” йыр-моң бәйгеһендә ҡатнашып, 2-cе урын яуланым. Был бәйге миңә башҡорт эстрадаһына юл асты. Мин бында беренсе тапҡыр профессиональ рәүештә, ҙур йырсылар һымаҡ сығыш яһаным. Өр-яңы йыр, костюм, бейеүселәр менән матур номер эшләнек. Бик ныҡ рәхмәтлемен "Йәшлек-шоу" ға, ул миңә ҙур тәжрибә бирҙе, ә иң мөһиме – унда яҡын ысын дуҫтар таптым. Беҙҙең етәкселәребеҙ Асия апай Шахминаға, Гөлсәсәк апай Игебаеваға һәм ғөмүмән бөтә конкурсҡа ҡағылышлы кешеләргә ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Нәҡ ошо кешеләр эстрадабыҙҙы үҫтерәләр, йәштәргә этәргес көс биреп торалар.
– Ошонан сығып шундай һорау: ни өсөн Башҡорт дәүләт университетын һайланың, ә сәнғәт академияһын түгел?
– Мин 2019 йылда Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге 102–се башҡорт гимназияһын тамамланым. Эйе, ысынлап та ике юлдың береһен генә һайлау мөмкинлеге мине бик ныҡ ҡурҡыта ине. Беҙҙе бит мәктәптә бер нисек тә сикләмәйҙәр ине: оҡшай икән – йырла, оҡшай икән – математиканан олимпиадала ҡатнаш... Өлгөр генә. Ә бында һин бер генә һөнәрҙе үҙләштер, имеш. Мин бәләкәй саҡтан ошолай сәхнәне уҡыу менән бүлеп йәшәнем, шуға күрә, был юлы ла шулай итергә булдым. Төшкә тиклем Башҡорт Дәүләт Университетының Хоҡуҡ институтында белем алам, төштән һуң йырлайым, сығыштар яһайым. Мин һәр ваҡыт ғәҙеллек, кеше хоҡуҡтарын яҡлау темалары тураһында уйлана торғайным, ә хәҙер инде был өлкәне ныҡлап өйрәнәм. Был минең бәләкәй генә хыялым ине.
– Ә һинең телефоныңда “Тик-ток” музыкаль приложениеһы бармы?
– Юҡ, ул приложение бик ныҡ популяр булыуына ҡарамаҫтан, мин уны ҡулланмайым. Ни эшләптер, социаль селтәрҙәрҙе бигүк яратып бөтмәйем. Тере аралашыу яҡлы мин. Яҡын кешеләрем быны яҡшы белә.
– Шулай ҙа ниндәй социаль селтәрҙе йышыраҡ ҡулланырға тура килә?
– Әлеге ваҡытта “Инстаграм” ҡушымтаһына өҫтөнлөк бирәм. Буш ваҡытымда инстаграмдағы дуҫтарымдың яңылыҡтарын күҙәтәм.
– Хәҙер мәғлүмәт сығанаҡтары, блогерҙар ғына түгел, ҡайһы бер йырсылар ҙа хайп артынан йүгерә. Быға ҡарашың нисек?
– Эйе, бәлки, ниндәйҙер ваҡытҡа хайп кешене популярлаштыралыр, әммә ул “аҡ хайп” булмаһа, кешеләр ниндәй тиҙлек менән ул хәбәрҙе белә, шул уҡ тиҙлек менән онота ла. –
–“Аҡ хайп” нисегерәк була?
– Мәҫәлән, тирә-яҡ мөхитте һаҡлаусы йәш ҡыҙ Грета Тунберг "аҡ хайп" тулҡынын тотто. Мин уның турала яҡшы фекерҙәмен. Хайп булһа булһын, әммә һеҙҙең, туғандарығыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булмаһын.
– Сәхнә кешеһенә тышҡы ҡиәфәтте гел идеаль торошта тоторға кәрәк. Һин ниндәй косметика ҡулланаһың, ҡайҙа кейем тектерәһең? Диета тотаһыңмы?
– Эйе, ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәрен яҡшы ҡиәфәттә тотоу бик мөһим. Минеңсә, иң беренсе шарт – дөрөҫ туҡланыу һәм сифатлы косметика ҡулланыу. Үҙем натураль косметикаға өҫтөнлөк бирәм, Америка, Кореяла сыҡҡан косметика миңә айырыуса оҡшай.
Сәхнә кейеменә килгәндә, ҡалабыҙҙың төрлө махсус сәхнә кейеме тегеү ательеларына мөрәжәғәт итәбеҙ.
Диетамы? Юҡ, мин бер ҡасан да диета тотҡаным юҡ. Минеңсә, шәкәрле һәм ондан әҙерләнгән ризыҡтарҙы әҙерәк ашаһаҡ, диета кәрәкмәй.
– Ғөмүмән, заманса башҡорт ҡыҙы ниндәй ул? Элеккесә, оялсан, баҫалҡымы, әллә үҙ һүҙен һүҙ итә белгән, сағыу шәхесме?
– Замана китә бара, әммә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына хас булған һыҙаттарҙы бер ҡасан да юғалтырға ярамай. Аҡыллы, тыйнаҡ, ғәҙел, тәүфиҡлы, иманлы булырға тейеш замана ҡыҙы. Сөнки тап шул сифаттар хәҙерге ҡыҙҙарҙа юғалып бара. Был һыҙаттар һәр бер заманаға ла тура килерлек, тип уйлайым.
– Аманат журналы уҡыусы ҡыҙҙар һәм егеттәргә ниндәй теләктәр еткерер инең?
– Иң мөһиме – һау-сәләмәт, әүҙем булығыҙ, яҡшы уҡығыҙ. “Ятып ҡалғансы, атып ҡал!” тигән башҡорт халҡы борондан, шул принцип менән йәшәгеҙ. Үҙегеҙҙе төрлө яҡтан үҫтерегеҙ, был бер ҡасан да бушҡа булмаҫ.Тырыш булығыҙ, “Тырышҡан –ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” – был минең тормош девиздарымдың береһе. Бер ҡасан да ҡулығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Телебеҙҙе үҫтерәйек, республикабыҙға файҙалы шәхестәр булып үҫәйек, дуҫтарым!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Диана! Һиңә лә алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде, ижади уңыштар теләйем!
- Рәхмәт!
Миләүшә Байъегетова әңгәмәләште.
Читайте нас: