-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гөлнур Ҡарабулатова: “Берлинда тыныс”

Беҙҙең яҡташыбыҙ, йырсы Гөлнур Ҡарабулатова Германияның Берлин университетында уҡый. Пандемия ваҡытында нисек үҙгәрҙе уның тормошо?

Был хаҡта ул «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына хәбәр иткән. Уҡытыу скайп аша, ә ҡайһы бер лекцияларҙы видеоформатта ебәрәләр ти Гөлнур.
“Кафелар, ресторандар, сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәре, спортзалдар ябылған. Бәләкәй кафеларҙа аҙыҡ-түлек сығарып ҡына бирелә. Аҡса, әйбер ҡулдан ҡулға бирелмәй.
Таксиларҙа артҡы ултырғыстар полиэтилен шыптыр менән ябылған. Бөтәһе лә бирсәткәләр менән генә эшләй. Урамда кешеләр бик аҙ, эш онлайн-форматҡа күскән. Өйҙән ике кешенән дә күберәк сығып йөрөү тыйылған.
Берлинда тыныс, сонки ниместәр йыйнаҡ һәм тәртипле” тип һөйләне Гөлнур.
Читайте нас: