+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Фидан Ғафаров тураһында ҡыуаныслы хәбәр!

Фидан Ғафаров Башҡорт драма театрына 55 йыл хеҙмәт итә. Ул Өфө ҡалаһының юғары наградаһы менән бүләкләнде.

Башҡорт театры сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актер, йырсы Фидан Ғафаров – Өфө ҡалаһының почетлы гражданы. “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре ошо оло исем биреүе менән Фидан ағайҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаровҡа маҡтаулы исемде тапшырыу тантанаһы һуңғараҡ буласаҡ.
Бындай маҡтаулы исемде Башҡорт драма театрында ике артист йөрөтә. Үткән йыл Нурия Ирсаева бындай исем алған ине.
Видео: Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаева - Ғәлиә менән Заhир йыры.
Читайте нас: