Был егет башҡорт эстрадаһында ут сатҡыһы кеүек сағыу, ҡыйыу, ташып торған энергиялы бейеүсе, йырсы булараҡ танылды. Һүҙ – Алтынай Вәлитов тураһында бара. Ул 1992 йылдың 11 апрелендә Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.
— Сәләм, Алтынай! Кәйефтәр нисек?
— Сәләм! Кәйефтәр яҡшы, рәхмәт! “Кыстати”, кәйеф һәйбәт булһа организм ауырыуҙарға яҡшыраҡ көрәшә! Шуға күрә, үҙҡурсаланыш (карантин) ваҡытында бөтәһенә лә яҡшы кәйеф теләйем: йырлағыҙ, бейегеҙ, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ.
— Һинең исемең бик үҙенсәлекле. Уны һиңә кем ҡушҡан?
— Исемемде ата-әсәйем бергә уйлап ҡушҡан. Алтын менән бәйле исем ҡушҡылары килгән. Бөтөн яҡлап та алтын кеүек булһын, тип. Ғөмүмән, башҡорт ир-ат исемдәре тартынҡы хәрефкә бөтә бит инде. Мәҫәлән: Батыр, Юлай, Илнур, Салауат… Шуға Алтынайҙы ла ир-егет исеме, тип уйлағандар. Сөнки мин тыуған ваҡытта был исем бик таралмаған булған. Һуңынан, 1997 йылдарҙамы икән, БСТ каналындағы “Сәңгелдәк”тә Алтынай Ибраһимова тигән ҡыҙыҡайҙы күрһәтә башланылар. Шунан Башҡортостанда Алтынай исемле ҡыҙҙар күбәйеп китмәһенме!
Әйткәндәй, мин Төркиәлә 8 ай йәшәнем, эшләнем. Уларҙа Алтынай – ир ат исеме иҫәпләнә. Эй, ҡыуандым инде, әлдә был тик ҡатын-ҡыҙ исеме түгел икән, тип. Ә бына ҡаҙаҡтарҙа, беҙҙәге кеүек, Алтынай – ҡыҙҙар исеме. Улайға ҡалһа, уларҙа Айнур, Айназ һәм башҡа күп исемдәр – ҡыҙҙар исеме бит инде. Ә беҙҙә улар егеттәрҙеке һанала. Бына шулай. Буталып бөткән инде.
— Ғаиләгеҙҙә тағы ниндәй экзотик исемдәр бар?
— Бөтәһенеке лә һирәк осрай торған исемдәр. Ҡустым – Аҡъегет, һеңлем – Аҡйондоҙ, атайым – Үлмәҫбай, әсәйем – Фәйләрә.
— Иҫләүебеҙсә, тәүҙә һине брейкданс бейеүсеһе булараҡ танылғайның. Байназарҙа бейеү төркөмөнә йөрөнөңмө әллә?
— Брейкданс бейергә беҙҙе бер кем дә өйрәтмәне, ҡустым менән икәүләп, үҙебеҙ өйрәндек. Ул ваҡытта интернет бик таралмаған ине. Почта аша брейкдансҡа өйрәтә торған дискылар алдырабыҙ ҙа DVD‑уйнатҡысҡа ҡуйып, ҡарап, өйрәнәбеҙ. Әлбиттә, тиҙ генә бер нәмә лә килеп сыҡмай. Яурындар, һырт-арҡалар иҙәнгә бәрелеп, күгәреп бөтә торғайны. Ярты йыл тирәһе этләндек шулай. Әммә бейергә өйрәнергә хыялыбыҙ ныҡ ҙур булғас, ныҡышып, өйрәндек. Әйткәндәй, брейкдансҡа өйрәнгәнемә һис тә үкенмәйем. Профессиональ кимәлдә бейей башлағас, ҡайҙарҙа ғына йөрөмәнем: Төркиәлә, Мысырҙа гастролдәрҙә булдыҡ, бөтөн Рәсәй буйлап та йөрөп сығылды.
Йырлай башлағас та бүтән артистар араһында айырылып торорға брейкданс ярҙам итте. Сәхнәлә йырлап йөрөгәндә баш аша өйөрөлөп китәһең, сальто эшләп ебәрәһең. Үҙенсәлекле шоу килеп сыға. Халыҡҡа оҡшай.
— Рэпты шәп “уҡыйһың”. Мәктәптә уҡыған сағыңда шиғырҙы тиҙ ятлағанһыңдыр инде…
— Эйе. Мәктәп йылдарында үҙем дә шиғырҙар яҙҙым. Инша яҙырға бирһәләр, уны шиғыр формаһында яҙа ла бирә торғайным. Шунан, үҫмер саҡта, рэп йүнәлешендәге йырҙарҙы ишетеп ҡалғас, рэп менән мауығып киттем.
Рэп ул – үҙенә күрә сәсәнлек. Борон заманда сәсәндәр халыҡҡа әйтер һүҙен, шиғырға һалып, һалмаҡ ҡына итеп, думбыра аҫтына көйләп йөрөһә, хәҙер иһә заманса музыка аҫтына, беҙ, халыҡҡа әйтер һүҙебеҙҙе рифмаға һалып еткерәбеҙ. Әлбиттә, йәштәр өсөн бейетә торған еңел-елперәк тә йырҙар яҙырға тура килә. Улары күңел асыу, йәштәрҙе ылыҡтырыр өсөн генә.
— Рәсәй телеканалының “Ҙур бейеүҙәр” телепроектына эләгеү тарихы тураһында ла һөйләп үт әле.
— “Ҙур бейеүҙәр” проектына эләгеү бәхете, бер нәмәгә ҡарамай, тәүәкәлләп, кастингка сығып китеү арҡаһында тейҙе. Әлбиттә, башта төрлө уйҙар бар ине: шундай ҙур телевизион проект, Рәсәйҙең популяр артистары менән осрашырға тура килә, ә мин бейеү менән өс йыл ғына шөғөлләнәм… Мине алмаҫтар инде, тигән уй ҙа башҡа инеп оялағайны инде.
Һамар ҡалаһындағы һуңғы кастингҡа барып өлгөрҙөм. 600-ҙән ашыу кеше араһынан 100 бейеүсене һайлап алдылар. Шулар араһында мин дә булдым. Проект миңә ҙур тәжрибә бирҙе. Филипп Киркоров, Нюша, Федор Бондарчук кеүек билдәле артистар менән эшләү бәхете тейҙе.
— Ҡайҙан килә һуң шул тиклем энергия, дәрт?
— Беҙҙең ғаиләлә бөтәһе лә дәртле. Сәнғәт кешеләре бит беҙ. Олатайым бөтә яҡлап та өлгөр, сос ине. Бейеүсе булған, Кореяла ла сығыш яһаған. Баянда оҫта уйнай торғайны. Саңғы ярыштарында ла беренселекте бирмәгән. Өләсәйем – йырсы. Йыр уҡытыусыһы булып эшләгән. Йәш сағында гимнастка булған. Әсәйем – Башҡортостандың яңы тарихындағы беренсе ҡурайсы ҡатын-ҡыҙ. Бына шулай итеп, дәрт, сәнғәткә һөйөү нәҫелдән киләлер инде.
— Һинең иң популяр йырҙарыңдың береһе – “Башҡорт сәй эсә”. Үҙең ниндәй сәй яратаһың?
— Ул йырҙы ҡайҙа ғына йырламайҙар. Сәхнәлә олоһо ла, кесеһе лә башҡара. Сәйең тәмле булһын тип, кешеләр бер-береһенә ебәрәләр. Ә сәйгә килгәндә, ҡуйы итеп яһап эсергә яратам. Сығышлы, тәмле булһа булған.
— Инстаграмда күргәйнем, хатта бесәйеңә лә сәй яһайһың икән…
— Эйе. Яҙылыусыларыма видеоға төшөрөп күрһәтәйем тигәйнем, бесәйем эсмәмеш булды ла ҡуйҙы (көлә).
— Бармағыңа нимә булған ул?
— Мин һөнәрем буйынса – балта оҫтаһы. Элек бер ағас үткәрә торған станокта таҡта бысып тора инем, бармағым эләкте лә, сығып осто. Мин “Эһеһееей, алыҫ осто!” – тип ҡарап тороп ҡалдым. Эҙләнем – тапманым. Хәҙер бына урта бармағымдың яртыһы юҡ шулай. Үкенмәйем. Һәр нәмәнең ыңғай яғын күрә белергә кәрәк. Мин бына хәҙер бармаҡтарымда кәсерле һандарҙы күрһәтә алам, исмаһам, мәҫәлән: 1/2, 2/5, 9/5. Шулай ҙа егеттәргә әйтеп ҡуяйым: станокта эшләгәндә һаҡ булығыҙ!
— Үпкәләп ҡуйма, бер һорау бар: һин етди була беләһеңме ул? Гел шаярып, көлөп тик йөрөйһөң кеүек.
— Тормошта тик шаярып-көлөп кенә йәшәп булмай, әлбиттә. Етди тематикаға арналған йырҙарым да күп, мәҫәлән, “Ҡамыт”, “Һуңғы һулыш”, “Кешелекле кеше”.
— Ғаиләлә лә һин шулай позитив кешеме? Һөйгәнең – Алһыу менән нисек таныштың – шуның турала ла һөйләп үт әле?
— Кәйеф булғанда – позитив та, кәйеф булмағанда – моңһоу ҙа, кәрәк саҡта етди ҙә мин. Беҙ – барыбыҙ ҙа кешеләр. Кәйефтең төрлө саҡтары була инде.
Кәләшем менән Интернет аша таныштыҡ. Иҫләүемсә, ул миңә беренсе булып яҙҙы. Ярты йыл тирәһе шулай социаль селтәрҙә генә аралашып йөрөнөк. Һуңынан бер-ике тапҡыр ғына күрешкәндән һуң, Алһыуҙың ата-әсәһе менән барып таныштым. Күп тә үтмәй никах уҡыттыҡ.
— Алтынай, беҙҙе уҡыусы малайҙарға һәм ҡыҙҙарға ниндәй теләктәр еткерер инең?
— Тәүәккәл, ныҡышмал булырға кәрәк! Хыялың бар икән, бер кемде лә тыңламай, маҡсат итеп ҡуйып, көн һайын шул хыялыңа табан нәмәлер эшләргә кәрәк. Тик хыялланып ҡына, “бот күтәреп” ятһаң, хыял ул үҙенән үҙе тормошҡа ашмай! Хыялланығыҙ, тырыш булығыҙ!
— Рәхмәт, Алтынай! Ижади уңыштар теләйбеҙ һиңә!
Миләш БАЙЪЕГЕТОВА әңгәмәләште.