-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
3 Сентябрь 2020, 11:44

Азат Йыһаншин Өфө «Нур» татар театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнде

Танылған театр һәм кино актёры, режиссёр, популяр «Аҡйондоҙ» төркөмөнөң элекке солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин Өфө «Нур» татар театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнде.

Танылған театр һәм кино актёры, режиссёр, популяр «Аҡйондоҙ» төркөмөнөң элекке солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин Өфө «Нур» татар театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнде. 1 сентябрҙә коллективтың дөйөм йыйылышында уның менән таныштырҙылар.
Азат Йыһаншин 1971 йылдың 11 майында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын һәм Е. Вахтангов исемендәге дәүләт театры ҡарамағындағы Б.Щукин исемендәге Театр институтын тамамлаған.
1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры актёры. 1998 йылдан — Башҡорт драма театры артисы.
2008 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйыусы режиссёр булып эшләй. 2009 йылдан — театрҙың баш режиссёры, 2012 йылдан художество етәксеһе була.
2014 йылдан М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры була.
Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты.
Читайте нас в