– Фәнил, һине инстаграм донъяһын гиҙеүселәр хәтәр шәп вайндар төшөрөүсе булараҡ белә.Шулай ҙа үҙең менән ныҡлап таныштырып үт әле: ҡайһы райондың аҫыл егете булаһың, ҡайҙа уҡының, хәҙер ҡайҙа эшләйһең?
– Мин – Ейәнсура районының Үрге Мәмбәтша ауылы егетемен. Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамланым. Унда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичеваның ҡанаты аҫтында драма театры һәм кино артисы һөнәрен үҙләштерҙем. Әле Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында актер булып эшләйем.
– Вайндар төшөрөү һинең төп эшме, әллә яратҡан шөғөл генәме? Ғөмүмән, был идея һиңә ҡайҙан килде? Ни өсөн тап өләсәй образын һайланың? Сюжетты үҙең уйлап сығараһыңмы?
– Вайндар төшөрөү, әлбиттә, төп эшем түгел, хобби. Төп эшем – театрҙа. Был идея театрҙа эш булмаған ваҡытта килеп сыҡҡайны, шикелле. Театрҙа шундай ваҡыт була ул, рәхәтләнеп, бирелеп, яңы роль, яңы спектакль өҫтөндә көн‑төн эшләйһең һәм бер кис, тулҡынланып, рәхәтләнеп премьераны уйнағандан һуң, иртәгеһенә донъя туҡтап ҡалған кеүек була. Театрға барырға кәрәкмәй, репетиция юҡ, тынлыҡ, алйый башлайһың. Шундай көндәрҙә күңелдәге бушлыҡты тултырыр өсөн вайндар төшөрә башланым да инде. Минең әле институтта уҡығанда уҡ бабай‑ әбейҙәр образы уңышлы, көлкөлө килеп сыға торғайны. Ә иң мөһиме, өлкәндәр – улар бит шул уҡ бала кеүек. Улар инде донъя артынан ҡыумай, ниндәйҙер аҫтыртын уйҙары юҡ, эсендәге тышында. Шуға күрә уларҙың образын эшләү минең өсөн күпкә ҡыҙығырак.
Сюжетты башлыса үҙем уйлап табам. Вайндың идеяһын ғына табыуы ҡыйыныраҡ, ә бөтөн шаяртыуҙар, сюжет, башы‑аҙағы үҙенән‑үҙе ижад ителә. Ҡайһы ваҡыт сюжеттарҙы тамашасыларым, таныштарым тәҡдим итә. Бер нисәүһе менән хатта Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов ярҙам итте.
Был шөғөл ваҡытты бушҡа уҙҙырыу тип уйламайым, сөнки бик күп тамашасыбыҙ беҙгә рәхмәттәрен еткерә, шатлана. Был бит бик һәйбәт – кеше кәйефен күтәреү. Тағы ла, аудитория ҙур ғына булғас, беҙ уның аша ауыр хәлдәге кешеләргә мәғлүмәти ярҙам итә алабыҙ. Мәҫәлән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Күмертауҙан Анелия тигән йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡайға яман сирҙән ҡотолоу өсөн бик ҡиммәтле укол кәрәк. Препараттың хаҡы 160 миллион һумға яҡын. Әйткәндәй, “Аманат” журналын уҡыусылар, һеҙҙе лә инстаграмға кереп, @smaylik_aneliya__sos сәхифәһенә яҙылып, Анелияға ниндәй булһа ла ярҙам күрһәтергә саҡырам.
– Майсәрә ролендәге актриса һинең кәләшеңме? Ул әбейҙең образын нисек уйлап сығарҙың?
– Эйе Майсәрә, ноҡот һалыусы Ғөбөрниса инәй ролдәрен кәләшем Сәлимә Солтангәрәйева башҡара.
Дөрөҫөн әйткәндә, Майсәрә образы осраҡлы ғына килеп сыҡты ул. Мин Майсәрә менән беренсе вайнды төшөргәндә, был күршеләр темаһы дауам итер тип һис тә уйламағайныҡ. Был хәл бәләкәй генә йылға аша һалынған атайымдар эшләгән баҫманан килеп сыҡты. Мин баҫманы күрҙем дә, шул баҫмала вайн төшөрҙөм. Артабан инде тамашасыларым күршеләрҙең мөнәсәбәте тураһындағы тарихты дауам итеүемде һораны.
– Ә кәләшең менән нисек таныштың? Ул ҡайһы тараф һылыуы?
– Кәләшем Сәлимә – Сибай һылыуы. Беҙ Өфө дәүләт сәнғәт институтында таныштыҡ. Ул бер курсҡа түбәнерәк уҡый ине. Өйләнешкәнгә быйыл 5 йыл тулды. Хәҙер икебеҙ ҙә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләп йөрөйбөҙ.
– Һиңә бер юлы Мәфтүхә әбей һәм Ғабдулла бабай ролен уйнауы ҡыйын түгелме? Видео өсөн ролдәр башҡарыу оҡшаймы?
– Ике ролде бер юлы башҡарыу бик ҡыҙыҡ ул. Шулай ҙа Ғабдулла ролен уйнауы күпкә еңелерәк. Бабай бер ҡатлы, уның фекер йөрөтөүе лә ирҙәрсә, ябай. Ғабдуллаға артыҡ нәмә лә кәрәкмәй, үҙе әйтеүенсә, сәй менән ҡоймаҡ булһа – етә.
Ә бына Мәфтүхә менән хәлдәр икенсерәк. Был әбейҙә мин ҡатын‑ҡыҙҙың бөтөн сәйер һыҙаттарын сағылдырыға тырышам: уларҙың көнләшеүе, үс даулаусанлығы, тиҙ генә ҡыҙып китеүе һ.б. Шулай ҙа быларҙы мин ҡатын‑ҡыҙға мөхәббәт аша башҡарам.
– Театр актеры булып уйнау вайндағы башҡарған ролдәрҙән нимәһе менән айырыла? Ҡаушау бармы? Әгәр бар икән, ҡаушау һәм тулҡынланыуҙы нисек еңәһең? Берәй лайфхак юҡмы шуның буйынса, сер булмаһа?
– Әлбиттә, вайндағы ролдәрҙе башҡарыу күпкә еңелерәк, сөнки беренсе дублдән килеп сыҡмаһа, һин тағы ла 99 дубль төшөрә алаһың. Ә театрҙа бер генә дубль, шул мәл эсендә һин йә тамашасыны ышандырып өлгөрәһең, йә юҡ. Һәм сәхнәгә сығыр алдынан күпкә нығыраҡ тулҡынланаһың. Ләкин, минеңсә, тулҡынланыүҙы еңергә кәрәкмәй. Тулҡынланыу – ул бит шулай уҡ көслө энергия. Сәхнәлә ошо энергияны ҡулланып уйнарға кәрәк. Ана шуныһы үҙенсә лайфхак инде.
– Был шөғөлөң аҡсалата килем килтерәме?
– Минең проекттан килем алырға тигән маҡсатым юҡ. Шуға күрә, рекламанан күпме аҡса килһә, мин уларҙың бөтөнөһөн дә проекттың үҙен үҫтереүгә ебәрәм.
– Сер булмаһа, киләсәккә ниндәй пландарың бар?
– Киләсәктә, вайндарҙы даими рәүештә, көн аша сығара башларға ине. Һәм иң мөһиме – яңы ҡыҙыҡлы образдар эшләргә.
– “Аманат” журналын уҡығаның бармы? Мәктәптә саҡта алдырҙыңмы?
– Мәктәптә уҡығанда бик яратып уҡый торғайным. Бигерәк тә хикәйәләрҙе. Әлбиттә, журнал килгәс тә, иң беренсе аҙаҡҡы битте асып, көләмәстәрен уҡып, көлөп алаһың. Бала саҡта, “Аманат”ты уҡығанда, киләсәктә унда минең менән интервью баҫылыр тип һис тә уйламағайным да. Рәхмәт!
– Үҙеңә ихлас рәхмәт, Фәнил! Киләсәктә ҡыҙыҡлы мажаралар серияһы менән ҙурыраҡ киңлектәргә сығырға насип булһын! Уңыштар!
Зарина БАҒЫШАЕВА әңгәмәләште.