-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
6 Октябрь 2020, 11:55

Наҙгөл Отузова «Йәшлек-шоу»ҙың һайлап алыу турын үтте

2 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш зонаһы араһында (Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары) «Йәшлек-шоу — 2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленә һайлап алыу этабы уҙҙы.

Конкурста ҡатнашыу өсөн төп шарт, ҡатнашыусының йәшенән тыш, башҡорт телендә йырлау ине.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнде:
Беренсе урын – Наҙгөл Отузова (Салауат районы),
Икенсе урын – Александр Васин (Мәсетле районы),
Өсөнсө урын – Ғилман Худайдатов (Дыуан районы).
Ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, ә еңеүселәр 5-10 мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде, өҫтәүенә улар 3 октябрҙә Мәсәғүт ауылының төп майҙанында «Йәшлек-шоу — 2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале барышында башҡорт эстрадаһының популяр артистары ҡатнашҡан open-air концертында сығыш яһау мөмкинлеген алды.
Киләһе һайлап алыу туры бөгөн, 5 октябрҙә, Сибайҙа Башҡортостандың көньяғында йәшәгән таланттар өсөн ойошторола.
Читайте нас в