+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
2 Ноябрь 2020, 13:12

Ниндәй стилдә булһа ла йырлай алам - рок, рэп, блюз...

Был юлы һеҙгә йәш башҡарыусы Искәндәр Сөләймәнов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

“Сулпылар–2017” конкурсында 1-cе урын яулаусы, “Йәшлек-шоу–2017” фестивалендә ҡатнашыу­сы, “Иң яҡшы өлкән синыф уҡыусыһы” ҡала конкурсында һәм “Юлдаш+”тың 2016–2019 йылдарҙағы хит-парадтарының еңеүсеһе Искәндәр СӨЛӘЙМӘНОВ менән әңгәмә.
– Искәндәр, ҡайһы яҡта тыуғанһың, ҡайҙа уҡының һәм нимә менән шөғөл­ләнәһең?
– Донъялағы иң матур ҡалаларҙың береһе – Өфөлә тыуғанмын. Быйыл баш ҡаланың 6-сы лицейын тамамланым.
Музыка менән уҡыуҙы бер юлы алып барырға тырышам. Тик имтиханға әҙерләнергәме, йәки яңы йырҙар яҙырға ултырырғамы тигән һорау йыш тыуа. Шуға ҡарамаҫтан, мин барыһына ла өлгөрәм.
Әсәйем Резеда Әхмәтйән ҡыҙы – башҡорт теле буйынса белгес, ә атайым Илдар Нурхәниф улы хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй.
– Сәнғәт өлкәһенә нисек килеп эләктең?
– Бала саҡтан мин йыр-моңға ғашиҡмын. 3–4 йәшемдә ниндәйҙер байрамда бар ҡунаҡтар алдында Рафаэль Латыповтың “Ташлап китмә” йырын йырлап һәм бейеп йөрөгәнемде ата-әсәйем әле лә иҫкә төшөрөп тора. Мине һәр ваҡыт сәхнә үҙенә тарт­ты.
– Ниндәй йырҙарың тамашасы һөйөүен яулап өлгөрҙө һәм ни өсөн?
– Йәштәргә – “Мөхәббәтле йәй”, “Яратмаҫлыҡ түгелмен”, ә ололарға “Зарланмайыҡ”, “Аҡ болот­тар” йырҙары оҡшай. Ә ни өсөн оҡшағанлығын тыңлаусыларҙың үҙ­ҙәренән һорарға кәрәктер.
– Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең?
– Буш ваҡытымды йырҙар­ға бағышларға тырышам. Һәр кешелә була торған хәл: бер нәмә лә эшләге килмәгән ва­ҡыт­тарҙа “YouTube” сервисына инеп китәм.
– Ниндәй стилдәрҙә йырларға яратаһың?
– Миңә бөтөн стилдәр ҙә оҡшай. Ниндәй стилдә булһа ла йырлай алам – рок, рэп, блюз һ. б. Минең өсөн сикләүҙәр юҡ.
– Америкаға контракт буйынса йырларға са­ҡыр­һалар, барыр инеңме?
– Әгәр ҙә саҡырһалар һәм Америкала башҡорт музыкаһын танытыр өсөн, әлбит­тә, барыр инем.
– Ни өсөн, һинеңсә, беҙ­ҙең йырсыларҙың күбеһе Башҡортостандан йыраҡ китә алмай?
– Ҡара тир түгеп, эшләргә кәрәк! Тик шул саҡта ғына алға китеш буласаҡ.
– Гастролдәрҙән һуң нисек хәл йыяһың, әл­лә гастролдәр – үҙе бер ялмы?
– Гастролдәр, ғәҙәт­тә, йәй үтә. Буш ваҡыт килеп сыҡҡас та, мин өләсәйем янына, ауылға барып, ял итәм, һыу инәм, тәмлекәстәр ашайым, дөйөм әйткәндә, ауыл – ял бирә.
– “Аманат” журналын уҡыусыларға әйтер теләктәрең…
– Журналды уҡыусыларға был тор­мош­та үҙ­ҙәрен табыуҙарын һәм бәхетле бу­лыу­ҙа­рын теләйем! Журналды уҡыйбыҙ, ҡарап ба­рабыҙ! Рәхмәт!
– Искәндәр, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт! Уҡыуыңда һәм ижади тормошоңда уңыштар теләйбеҙ!
Блиц-интервью:
1. Тыуған көнөң: 24 ноябрь;
2. Яратҡан аш-һыуың: һалма ашы;
3. Яратҡан миҙгелең: йәй;
4. Яратҡан фильмың: “Что гложет Гилберта Грейпа?”;
5. Тормош девизың: “Алға!”;
6. Яратҡан китабың: Евгений Замятиндың “Мы” фантастик роман-­антиутопияһы;
7. Кумирың: юҡ;
8. Яратҡан төҫөң: кәйефкә ҡарап;
9. Яратҡан өҫ кейемең: ирекле стилдәгеһе.
Читайте нас: