-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
19 Ноябрь 2020, 20:04

Аппарат эшләмәгәс, микрофонһыҙ, көйһөҙ тамаша ҡуйырға тура килде

Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, “Башҡорт йыры”, “Татар йыры”, Радик Гәрәев исемендәге йыр конкурстары еңеүсеһе, йырсы, алып барыусы – Илнур Ишембаев менән әңгемә.

Салауат Юлаев һәйкәле янын осрашыу, таны-шыу урыны тип, юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Яңыраҡ ҡына нәҡ шул урында шәп башҡорт егете менән һөйләшеп киттек. Шундай ихлас үҙе. Ул да булһа – Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, “Башҡорт йыры”, “Татар йыры”, Радик Гәрәев исемендәге йыр конкурстары еңеүсеһе, йырсы, алып барыусы – Илнур Ишембаев. Бөгөнгө әңгәмәм уның менән.
– Һаумы, Илнур! Хәлдәрең нисек? Уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үт әле?
– Сәләм, Рифат! Хәлдәр яҡшы, Аллаға шөкөр! Мин 1994 йылдың 22 мартында башҡорт халҡының аҫыл улы Миңлеғәле Шайморатов төйәк иткән Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында тыуғанмын. Бала сағым йәмле Ағиҙел буйында, балыҡ тотоп, хәтфә үләндәрендә йүгереп-уйнап үтте.
– Илнур, йыр-моң һиңә ҡайҙан килә? Ғаиләгеҙҙә йырсы туғандарың бармы?
– Әсәйем бик матур йырлай. Атайым да моңло, сәнғәткә ғашиҡ кеше ине. Уларҙан килгәндер ижадҡа һөйөүем.
– Иң беренсе сәхнәгә сыҡҡан мәлеңде хәтерләйһеңме? ниндәй йыр башҡарҙың?
– Әлбиттә, иҫләйем! 7-се синыфта уҡый инем.Тулҡынланғаным бөгөнгөләй иҫемдә. Ул көндө беҙҙең Малай ауылы мәҙәниәт йортонда концерт ҡуйғайныҡ. “Ишкәксе” ретро йырын йырлағайным.
– йырсы булыу теләген нисегерәк тормошҡа ашырҙың? Ҡайҙа белем алдың? Уҡытыусыларың кем булды?
– Малай ауылы мәктәбенең 9-сы синыфын тамамлағас, йырсы булыу теләге менән Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килдем. Йыр, сәнғәт, моң серҙәренә миңә иң беренсе уҡытыусым Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Үҙәнбаева юл һалды. Унан әрме сафтарына алдылар. Мурманск ҡалаһында хеҙмәтемде үтәп ҡайтҡас, уҡыуымды дауам иттем. Бер йыл Фәнәүи Сәлиховта, аҙаҡ Олег Килмөхәмәтовта уҡыуымды тамамлап ҡуйҙым. 2016 йылда диплом алдым.
– ниндәй йырҙарҙы яратып йырлайһың?
– Әлбиттә, халыҡ йырҙары минең йөрәгемә бик тә яҡын. Уҡығанда тик халыҡ ижадына өҫтөнлөк бирҙем. Уҡып бөткәс, күңелем эстрадаға тартылды. Яратҡан йырҙарға килгәндә, мин күберәк классик йырҙар тыңлайым.
– Илнур, егет кеше булараҡ, сер булмаһа, әйтеп үт әле, һиңә ниндәйерәк ҡыҙҙар оҡшай?
– Сая холоҡло, рухлы, оҙон сәсле, һомғол буйлы, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле мотлаҡ үҙебеҙҙең башҡорт һылыуы!
– Гастроль ваҡытында ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарығаның булдымы?
– Булып тора. Концерт барышында мәҙәниәт йортонда ут һүнде бер заман. Аппарат эшләмәгәс,микрофонһыҙ, көйһөҙ тамаша ҡуйырға тура килде. Тере тауыш менән йырлап, төрлө көләмәстәр һөйләп, уйындар үткәреп, ике сәғәттең үткәнендә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Сәнғәт кешеһе ҡапыл килеп тыуған төрлө хәл-ваҡиғаларҙан сыға белергә, юғалып ҡалмаҫҡа тейеш.
– Һин – радиола эшләп киткән кеше. Шул турала һөйләп үт әле. Унда нисек барып эләктең?
– Эйе, уҡып бөтөп, диплом алғас, “Юлдаш”радиоһына эшкә саҡырҙылар. Әхәт ағай Мортазиндың дикторҙар мәктәбендә уҡыу бәхете тейҙе. Һуңынан үҙем диктор булып, “Яңылыҡтар” тапшырыуын алып барҙым. Бер йыл эшләгәндән һуң, сәхнә яңынан мине үҙенә тартты.
– “Аманат” журналы уҡыусыларына ниндәй теләктәр әйтер инең?
– “Аманат” – бик ҡыҙыҡлы журнал, уны һәр бала уҡып үҫергә тейеш. Мин үҙем дә бала саҡтан яратып уҡыйым, әле лә алдырам. Унда бихисап фәһемле фекерҙәр тупланған. Күренекле шәхестәр тураһында ла ҡыҙыҡлы мәҡәләләр даими баҫылып тора. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, “Аманат” тан айырылмағыҙ. Айырылғанды айыу, бүленгәнде – бүре ашай, тигән халыҡ мәҡәлен онотмағыҙ, дуҫтар!
– Рәхмәт, Илнур, йәнле әңгәмәң, матур теләктәрең өсөн! Уңыштар, яңы үрҙәр һиңә!
Рифат ЙӘМЛИХИН (йәмле Хан) әңгәмәләште.
Читайте нас: