+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
17 Ғинуар 2021, 15:41

Элвин Грейҙың туйы ҡасан, ҡайҙа үтер?

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың Ижевск һылыуы Инзилә Фәтхетдинова менән никахы булды. Йәштәр үҙҙәренең тәүге ғаилә байрамын Ҡазан ҡалаһында үткәрҙе.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ниһайәт, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың Ижевск һылыуы Инзилә Фәтхетдинова менән никахы булды. Йәштәр үҙҙәренең тәүге ғаилә байрамын Ҡазан ҡалаһында үткәрҙе. Ислам дине буйынса улар хәҙер ир һәм ҡатын. Әммә мөхәббәттәрен тейешле закондар нигеҙендә рәсмиләштереү ҙә кәрәк. Элвин Грейҙың меңдәрсә тамашасыларын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың береһе - йәш парҙың туйҙарының ҡасан һәм ҡайҙа булыуы.
"Туй йәй көнө Өфөлә үтәсәк", - тиҙәр улар. Тимәк, йәмле йәйҙә Өфө урамдарын шаулатҡан матур тамашаны - Элвин Грейҙың туйын күптәр үҙҙәре үк күрә аласаҡ. Әйткәндәй, йәш кейәү кәләшенә никахта бик матур һәм зиннәтле бүләк яһаған. Ул Инзиләгә ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән йөҙөк, алҡа һәм муйынса кейҙергән. Ә бына туйына кәләшен ни менән ҡыуандырасағы әлегә сер булып ҡалһын. Иң мөһиме - йәштәр бәхетле булһын!
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: