Егерме йылдан ашыу республиканың матбуғат саралары менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән сәхнә әһеле Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең журналистар союзы ағзаһы.
Бөгөн “Аманат” журналына ул үҙенең мәҡәләләрен килтерҙе. Ысын йырсы өсөн ҡайҙа ла сәхнә инде. Беҙ уның йырлауын үтендек. Бәрхәт тауышлы йырсыбыҙҙың тауышы “Аманат”тың бүлмәләренә һыймай, бөтөн Матбуғат йортон яңғыратты! Ҡәләмдәшебеҙ, йырсы Рифат Йәмлехан уға ҡушылып, ҡурайын һыҙҙырҙы. Халҡыбыҙҙың мираҫын – боронғо йырҙарҙы халыҡҡа еткереүсе, таратыусы рухлы йырсы Харис Шәриповҡа бөгөнгө моңло эш көнөбөҙ өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һағышлы йыр “Ҡолой кантон”ды һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Йырлай -Харис Шәрипов, ҡурайҙа – Рифат Йәмлехан.