-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йырлы-моңло хоҡуҡ һаҡлаусы?

Журналыбыҙҙың сираттағы ҡунағы – күптәр уны Ҡурай ТВ каналының башҡорт телендә «Хоккей» алып барыусыһы тип таный. Хәҙер инде эстрадабыҙға, йырсы булараҡ, ҙур аҙымдар менән килеп инеүсе егетебеҙ – РӘМИЛ УРМАНШИН булыр ул.

– Рәмил иң тәүҙә үҙең менән таныштырып кит әле?
– Мин 1992 йылдың 24 июнендә Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында доньяға килгәнмен. Һөнәрем буйынса юристмын. Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт иттем. “Юлдаш” радиоһында хоҡуҡи темаларға арналған тапшырыу алып барам. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университеның журналистика факультеты магистратураһында икенсегә юғары белем алам.
– Йыр менән ҡасаныраҡ яҙмышыңды бәйләргә булдың?
– Мин бәләкәй саҡтан йырларға яратам. Мәктәптә үткән сараларҙың гел уртаһында булдым. Район мәҙәниәт һарайы үткәргән концерттар ҙа минең ҡатнашлығымдан тыш үтмәне. Атайым менән бергәләп тә йырлай инек. Студент саҡтарҙа теге йәки был сараларҙа ла әүҙем булдым. Ә яҙмышымды йыр менән бәйләргә тип ни, йыр бит – минең ғүмерлек юлдашым. Мин һөнәрем буйынса юрист булһам да ауыр йәки шатлыҡлы мәлдәрҙә гел йырлап йөрөйөм.
– Ә мәктәптә нисек уҡының?
– Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыным. Бик шаян малай була торғайным.
– Бала саҡҡа ҡайтыр инеңме? Ҡайтһаң нимәне үҙгәртер инең?
– Ҡайтыр инем, әлбиттә. Ләкин бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем, сөнки бала сағым бик күңелле үтте. Хәтерҙә тик яҡшы мәлдәр генә ҡалған.
– Һиңә ҡайҙа белем алырға тура килде? Ҡайҙа уҡының?
– Малаяҙ Башҡорт гимназияһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында белем алдым.
– Ғаиләң тураһында һөйләп үт әле?
– Атай-әсәйем – уҡытыусылар. Үҙем әле өйләнмәгәнмен.
– Бәләкәй саҡта “Аманат” журналын алдыра торғайныңмы?
– Беҙ “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын, “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәрен әле лә алдырабыҙ. Бала саҡта барыһын да көтөп алып, энәһенән-ебенә тиклем уҡый торғайным.
– Тәүге тапҡыр ғашиҡ булғаныңды хәтерләйһеңме?
– Эйе, хәтерләйем. Һабаҡташ ҡыҙға ғашиҡ булғайным. Тик был мауығыу бала саҡ мөхәббәте генә булған икән (йылмая).
– Был доньяла иң ҡурҡҡан нәмәң?
– Яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡам. Атай-әсәйем, туғандарым, дуҫ-иштәрем иҫән-һау ғына булһындар ине тип, һәр ваҡыт теләп йөрөйөм.
– Кумирҙарың бармы? Кемдәр?
– Минең кумирҙарым: шағир Сергей Есенин, Владимир Высоцкий, рок-йырсы Курт Кобейн, актерҙарҙан Роберт Дауни, Джош Дюамель, Брэдли Купер, йырсы-композитор Юрий Антонов һәм яҡташым, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов.
– Хәҙерге заман башҡорт ҡыҙҙары, һинеңсә, ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Башҡорт ҡыҙҙары мотлаҡ тыйнаҡ, әҙәпле, тәртипле булыуҙан тыш, белемле, тормошҡа заманса ҡарашлы, әүҙем тормош позицияһы алып барған булырға тейеш тип уйлайым.
– Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһең?
– Иң беренсе сиратта, башҡорт йыр-моң сәнғәтен яңы кимәлгә күтәрергә ине. Яңы йырҙар ижад итеп, ҙур сәхнәгә сығыу, яңы альбомдар һәм клиптар сығарыу. Былар барыһы ла минең өсөн алғы планда тора.
– “Аманат” журналы уҡыусыларына ниндәй теләктәрең булыр?
– Журнал уҡыусыларға мин шуларҙы әйтер инем: ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф итмәгеҙ, тырышып уҡығыҙ, атай-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ. Спорт менән шөғөлләнегеҙ һәм тормошто яратығыҙ.
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт, уңыштар һиңә, Рәмил!
Рифат ЙӘМЛЕ ХАН әңгәмәләште.
Инстаграм: rifat_yamlikhin_official
Читайте нас: