+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ...

Мин Венер Радмир улы Ирназаров булам. Тыуған төйәгем – хозур тәбиғәтле, алтын-көмөшкә, йылға -күлдәргә, урмандарға, тауҙарға бай Баймаҡ районы, ә эскән һыуым Һаҡмар булыр.

– Сәләм, Венер! Хәлдәр нисек? “Аманат”тың уҡыусыларын үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәңсе?!.
– Сәләм! Аллаһҡа шөкөр, барыһы ла хәйбәт! Мин Венер Радмир улы Ирназаров булам. Тыуған төйәгем – хозур тәбиғәтле, алтын-көмөшкә, йылға -күлдәргә, урмандарға, тауҙарға бай Баймаҡ районы, ә эскән һыуым Һаҡмар булыр. Башҡортостаныбыҙҙың беренсе баш ҡалаһы Темәс ауылы егетемен. 1999 йылдың 15 июлендә тыуғанмын.
– Ниндәй ғаиләлә тәрбиәләндең?
– Мин шәхси эшҡыуарҙар ғаиләһендә тыуып үҫтем: әсәйем һатыу эше менән, ә атайым урман менән шөғөлләнә. Бер туған апайым иһә Өфө ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөй.
– Белеүемсә һин йырлайһың да, ҡурайҙа ла уйнайһың, башҡа эштәр менән дә әүҙем булышаһың?..
– Тап шулай. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ бит ул. Минең уйлауымса, беҙҙең башҡорт егеттәре бөтөн яҡлап та өлгөр булырға тейештер. Йырлайым, ҡурайҙа һыҙҙырам һәм, атайымдың уң ҡулы булараҡ, урман эшендә лә ҡайнайым. Урал, КаМаз йә Беларус кеүек ауыр техникаларҙа йөрөйөм. Биш йыл самаһы ғаиләбеҙ менән йылҡысылыҡ менән дә булышабыҙ. Етмешкә яҡын бейәбеҙ бар, йәйен ҡымыҙ бешһәк, ҡышын беҙгә килгән ҡунаҡтарҙы, урман-ҡырҙар буйлап һыбай йөрөтөп, Баймаҡ тәбиғәте менән таныштырабыҙ.
– Ял көндәрең бармы? Нисек үткәрәһең?
– Йәш саҡ –дәрт-дарман ташып торған ҡыҙыу саҡ бит! Туғандар, дуҫтар менән бергә булһаң, барыһына ла өлгөрөп була. Ат яратҡанға күрә, ял көндәрендә малҡайҙар янына ашығам.
– Бала саҡта кем булырға хыялландың?
– Минең бәләкәй саҡта милиционер булырға теләгем ҙур ине. Сөнки миңә уларҙың кейгән формалары ныҡ оҡшай торғайны. Бына ҙурайырмын да тәртип һаҡлармын, батырлыҡ күрһәтермен, тип хыяллана торғайным.
– Әле уҡыйһыңмы, әллә эшләр йөрөйһөңмө?
– Өфө дәүләт нефть университетында 4-се курста уҡыйым.
– Кумирҙарың бармы?
– Әлбиттә, бар. Башҡорт эстрадаһының йырсылары һәм ҡурайсыларына ҡарап, илһам нуры, рух алам. Ҡайһы берҙә, дәртләнеп китһәм, уларға ҡушылып йырлап, йә уйнап та ебәрәм. Уларға ҡарап, үҙемде төрлө яҡлап үҫтерергә тырышам.
– Венер, һин бит әле өйләнмәгән йәш егетһең. Буласаҡ хәләл ефетеңде ниндәй итеп күҙаллайһың? Ғөмүмән, беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына ниндәй холоҡ сифаттары хас, тип уйлайһың?
– Әле өйләнергә миңә иртәрәк. Минең уйлауымса, башҡорт ҡыҙҙары ябай, алсаҡ, сая, һөйкөмлө, насар ғәҙәттәре булмаған, тәмле итеп бешерә белгән, ә иң мөһиме – башҡорт рухлы булырға тейештер.
– Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһең?
– Артабан үҙемдең уҡыған һөнәрем буйынса эшләргә ниәтләйем. Карьера баҫҡысы буйлап уңышлы ғына алға үрләргә ине. Шулай уҡ атайымдың эшҡыуарлығын үҫтерергә һәм киңәйтергә тигән хыял менән дә янам.
– “Аманат” журналына, уның уҡыусыларына ниндәй теләктәрең булыр?
– Журналда эшләгән апай, ағайҙарға эштәрендә ҙур уңыштар,ҡоростай һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ теләйем. Миңә “Аманат йондоҙлоғо”нда яҙылып сығыу мөмкинлеге биргәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
Уҡыусыларҙы өр-яңы 2021 йыл менән ҡотлайым. Шулай уҡ иң изге теләктәремде ебәрәм. Күберәк журнал, гәзиттәр алдырып, уҡыйыҡ. Берҙәм булайыҡ, берҙәмлектә көс икәнлеген онотмайыҡ. Матур доньяның ҡәҙерен белеп йәшәйек!
Рифат Йәмлихин әңгәмәләште.
Читайте нас: