-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

"ТОРАТАУ" балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Бейеү театрын ойоштороусы Хәлил Ишбирҙиндың ҡуйған билдәле бейеүҙәре – аманаты – әлеге кескәй һәм йәш бейеүселәрҙә лә дауам итә.

“Торатау” балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле – Стәрлетамаҡ бейеү театрының дауамсылары. Бейеү театрын ойоштороусы Хәлил Ишбирҙиндың ҡуйған билдәле бейеүҙәре – аманаты – әлеге кескәй һәм йәш бейеүселәрҙә лә дауам итә.
Республика, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурс тары лауреаты булып торған өлгөлө “Торатау” балалар бейеү ансамбле үҙенең милли рухы һәм талантлы башҡарыусылары менән республикала һәм башҡа төбәктәрҙә лә танылыу алған. Коллектив йыл һайын уҙғарылған “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында даими ҡатнаша, ә былтыр беренселекте яулауға өлгәште.
Ләкин Башҡортостан менән генә сикләнмәй кес кәй һәм йәш бейеүселәр, Сочи ҡалаһындағы “Бейеү орбитаһы” конкурсында танылыу алып, 1-се (өлкән төркөм), 2-се (урта төркөм) урын яулап ҡайтты. Ә яңыраҡ ҡына Мәскәү ҡалаһында үткәрелгән “Баш ҡала балалары” халыҡ-ара бейеү конкурсында, шулай уҡ еңеү яулап, илебеҙҙең баш ҡалаһын гөрләтте. Өлкән төркөмдә шөғөлләнеүсе балалар – беренсе урын, уртаса һәм кескәй төркөм икенсе урын яулаһа, кескәйҙәр араһынан Диләрә Шәрәфетдинова – икенсе урын, Айбулат Мансуров – өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә балаларҙы йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған балалар ансамбле 2012 йылда Рәил һәм Гөлгөнә Лоҡмановтар тарафынан булдырыла. Тәүге көндәрҙә үк был ансамблгә 15 бала ғына килһә, бер айҙан кескәй бейеүселәр һаны 30-ға етә, әле унда 90 бала шөғөлләнә. 4 йәштән алып 17 йәшкә тиклем балалар өс төркөмгә бүленгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш йыл элек Гөлгөнә Лоҡманова арабыҙҙан китеп барҙы, шуға күрә хәҙер был ансамбль менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Лоҡманов һәм уның ҡыҙы Лиана Лоҡманова етәкселек итә. Улар – һәр баланың илһам ҡанаттарын нығытып, еңеүҙәргә әйҙәп тороусолар.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был ансамблгә йөрөгән башҡа милләт балалары ла башҡорт йолаларын ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә. Ансамбль етәкселәре ғөмүмән, бейеүселәрҙең ата-әсәләренән дә ҡәнәғәт: “Һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, аңлап торалар, тәү сиратта, уларға рәхмәтлебеҙ”, – ти ул.
Бала саҡтан оло сәхнәләрҙә сығыш яһап, аудитория алдында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белеп үҫкән балаға ҙурайғас та йәмғиәттә еңелерәк була, үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһо арта. Бейеү баланы бар яҡлап та аса. Ансамблдә сыҙамлылыҡ, ихтыяр көсө лә тәрбиәләнә, берҙәмлек, татыулыҡ, бер-береңә ярҙам итеү төшөнсәләренә лә ҙур иғтибар бүленә.
Әйткәндәй, ансамблдең тәүге сығарылыш бейеүселәре хәҙерге көндә Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында белем ала.
Ошо ҙур башланғыстар нигеҙендә Рәил Рәйес улы менән Лияна Рәил ҡыҙының ижади, педагогик ауыр хеҙмәте ята ла инде. Ә бит 90(!) береһенән-береһе кескәй балалар менән шөғөлләнеүе ай-һай еңел түгел. Бейеү сәнғәтенә булған һөйөүҙәре киләсәктә был балаларға ла, уларҙың етәкселәренә лә тик уңыштар ғына алып килһен!

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.
Һүрәттә: репетиция мәле.
Лияна ЛОҠМАНОВА фотоһы.
Постерҙағы фото авторы – Рөстәм МӘҠСҮТОВ.
Читайте нас: