+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
23 Август 2021, 11:44

Элвин Грейҙың игеҙәге барлыҡҡа килгән

Социаль селтәрҙә Сахалин өлкәһе Поронайск ҡалаһында билдәһеҙ музыканттың байрамса биҙәлгән майҙансыҡта артист репертуарындағы популяр «Черноглазая» йырын башҡарған видеоһы таралған.

Элвин Грейҙың игеҙәге барлыҡҡа килгән
Элвин Грейҙың игеҙәге барлыҡҡа килгән

Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) игеҙәге барлыҡҡа килгән. Социаль селтәрҙә Сахалин өлкәһе Поронайск ҡалаһында билдәһеҙ музыканттың байрамса биҙәлгән майҙансыҡта артист репертуарындағы популяр «Черноглазая» йырын башҡарған видеоһы таралған.Тышҡы ҡиәфәте менән ул Элвин Грейға оҡшамаған, ләкин уның стилендә кейенгән һәм уға оҡшатып йырлай. Тамашасылар псевдоартисты йылы ҡабул итә, ҡайһылары хатта бейей.

«Мин быны яңыраҡ ҡына күреп ҡалдым. Аптырап киттем: тимәк, хәҙер Элвин Грей, «Ласковый май» кеүек, бер үк ваҡытта төрлө урында сығыш яһай ала. Бик уңайлы. Уның автор хоҡуғынан тыш сығыш яһауы бик дөрөҫ түгел, әлбиттә», – тине Элвин Грей  ГорОбзор.ру редакцияһына.

Артист үҙенең игеҙәктәре тураһында хәбәрҙар, ләкин уларҙы судҡа бирергә йыйынмай. Элвин Грей улар менән аралашыуҙан да баш тартмай.

«Ни өсөн мин ҡаршы булырға тейешмен? Юҡ, әлбиттә, минең менән бәйләнешкә сыҡһындар, уларҙы язаға тарттырмаһындар өсөн рәсми рөхсәт бирермен. Беҙҙең материал менән донъя кимәлендәге ҡеүәтле компаниялар шөғөлләнә, – тип Элвин Грейҙың һүҙҙәрен еткерә баҫма. — Алға, дуҫтар! Әгәр һәр ерҙә башҡорт, татар музыкаһы яңғырай икән, мин бәхетле булырмын, ләкин минең исемдән сығыш яһамағыҙ. Мәҫәлән, «кавер Элвин Грей» тип әйтегеҙ. Уңыштар һеҙгә, йырҙарымды Владивостокта ла, Бангкокта ла ихлас тыңлармын».

https://www.bashinform.ru/news/1633128-v-rossii-poyavilsya-dvoynik-elvina-greya-artist-rasskazal-chto-sobiraetsya-sdelat/  

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: