Алһыу башҡорт телендә «Гөлнәзирә» (башҡорт халыҡ йыры), «Бер алманы бишкә бүләйек», «Ҡыр ҡаҙҙары», «Шәл бәйләнем» һәм «Өфө йүкәләре» йырҙарын башҡара.
Белешмә өсөн:
Алһыу Рәлиф ҡыҙы Абрамова (ҡыҙ фамилияһы Сафина) 1983 йылдың 27 июнендә Татар АССР-ының Бөгөлмә ҡалаһында тыуған.
Атаһы — Сафин Рәлиф Рәфил улы (6.01.1954) — нефтсе, эшҡыуар һәм сәйәсмән. 2002—2014 йылдарҙа Алтай Республикаһы закондар сығарыу власынан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Уяндыҡ ауылынан. Милләте башҡорт.
Әсәһе — Разия Исхаҡ ҡыҙы Сафина, һөнәре буйынса архитектор.
2018 йылда Алһыу «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
2019 йылдың июнендә Алһыуға Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелде.