-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
5 Октябрь 2021, 10:07

Уҡытыусыларға арналған шиғырҙар шәлкеме

Юҡҡа ғына уҡытыусыны үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм тимәйҙәр.  Донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат та – УҠЫТЫУСЫ. Беҙҙең маҡтау һәм данлау йырҙарыбыҙ бөгөн – уларға!

Уҡытыусыларға арналған шиғырҙар шәлкеме
Уҡытыусыларға арналған шиғырҙар шәлкеме

Уҡытыусы

Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.

Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.

Уҡыусы балалар үҫеп етеп
Уңыштары булһа тормошта,
Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн
Үҙе һайлап алған яҙмышта.

Уҡыусылар һәм ата-әсәләр
Оло рәхмәт һүҙе әйтәләр,
Байрамығыҙ менән һеҙҙе ҡотлап
Бар йөрәктән тәбрик итәләр !

(Фәүзиә Ҡотлогилдина )

 

 

Буш класҡа инеп уйға ҡалдың...
Хәтерләйһең бөгөн кисәне...
Таралышҡан үҫмерҙәрҙе барлап,
Күңелең генә әллә нишләне.
Уларға бит телең шәрбәт һипте,
Күҙҙәреңдән тамды наҙ ғына.
Йөрәгеңде ҡуш усыңа һалып
«Бына», - тинең, - «Шуны ал ғына!!!...».
Моңһоулығың һинең, юҡһыныуың
Бәғереңде телеп, телеп ала.
Уҡытыусы ғынамы һуң әле –
Һин уларға өлкән апай (ағай) ҙа!!!
Көлһыу сикәләрең һыйпап ҡуйҙың,
Йөрөп үттең өҫтәл тирәләй...
Стеналарҙа рәсемдәре ҡалған,
Керпегеңдән ынйы тәгәрәй...
...Буш парталар, буш класҡа ҡарап,
Уйҙарыңды төбәп алыҫҡа
Ултырғанда һәйкәл ҡуйыр инем,
Ҡулдарымдан килһә шул саҡта.
Күсәренә ерҙең ҡуйыр инем,
Мәңгелектең хатта үҙенә!!!
Яҙып ҡуйыр инем алтын менән
«УҠЫТЫУСЫ» тигән һүҙ генә !
(Гөлшат Әхмәтова )

 

У ҡ ы т ы у с ы м а
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Муллағоловҡа.
Көлтә-көлтә нур эркелә
Йөрәгемә -
Уҡытыусым, иҫкә төшһәң ,
Гелән генә -
Нур сәселә күңелдәргә
Йөҙҙәреңдән.
Һине һөйә күпме йөрәк—
Йөҙәрләгән!
Балаларға бүлеп биреп,
Йөрәгеңде.
Борсолаһың. ин беләһең
Кәрәгеңде.
Ер шары элеүле тора
Был йөрәктә.
Беҙгә лә уны элергә
Һин кәрәк тә!
Һинең менән бергә яна
Нисә йөрәк!
Ер шарын һаҡларға үҫә
Күпме терәк!
Күп янғанға , күп көйгәнгә
Туҙа йөрәк!
Ләкин беҙгә шундай йөрәк
Бик-бик кәрәк!
(Земфира Аҡбутина)

 

Уҡытыусыма
Мәктәптә кем һуң ҡаршылай
Йәйеп беҙгә киң ҡоласын?
Әйтерһең, ул ҡошсоҡтарын
Ҡурсалаусы бер ыласын?

Унан бер ҙә күҙ яҙҙырмай,
Күҙәтеп бар хәрәкәтен,
Һәр бала башлайҙыр шулай
Ҙур донъяға сәйәхәтен.

Кем етәкләй, артта ҡалһаң,
Йылмайып һуҙа ҡулдарын?
Беҙ тоябыҙ һәр ваҡыт та
Ҡыйын саҡтарҙа ул барын.

Өйрәтә һан-хәрефтәрҙе,
Серле асҡыс – шунда ул, ти.
Тырышлыҡ та, ныҡышлыҡ та
Иң кәрәге юлда ул, ти.

Уҡытыусым,
Балҡытыусым
Дүрт тарафҡа яҡты юлды,
Мин тойоп барамын һаман
Маҡсатыма алып барған
Һинең наҙлы, көслө ҡулды.
Гөлназ Ҡотоева.

 

 

Ҡағыҙ яҙам
(Уҡытыусы зары)

Ҡағыҙ яҙам тау-тау итеп,
Эшем күп, түгел ябай,
Еңелерәк яҙыр инем –
Балалар ҡамасаулай!

Балалар менән эшләргә
Теләк бар ҙа – юҡ ваҡыт,
Бер туҡтауһыҙ ҡағыҙ яһап
Бөттөк бит инде ялҡып!

Тағы нимә яҙҙырырға
Нисек уйлап табалар?
Беҙ яҙайыҡ, үҙ алдына
Йөрөп торһон балалар…

(Фирүзә Абдуллина)

 


ШАТ БАЛАЛАР КИЛӘ
УРАМ БУЙЛАП

Урам буйлап килә шат балалар,
Ҡулдарында сәскә бәйләме.
Киләсәккә өмөт һәм ышаныс,
Уларҙы гел алға әйҙәне.

Тулҡынланыу сыҡҡан йөҙҙәренә,
Осҡонланып яна күҙҙәре.
Ғорур баҫып алға атлай улар,
Гөл-сәскәләр кеүек үҙҙәре.

Белем илдәренә сәйәхәткә,
Сыҡҡан улар, мәктәп – корабль.
Уҡытыусы – уның капитаны,
Маҡсат ҡуйып, алға ҡарай гел.

Оло байрам бөгөн илебеҙҙә,
Оло байрам - белем байрамы.
Изгелектәр юрап балаларға,
Һандуғастар таңда һайраны.
Белгәнеңде бер кем ала алмай,
Белем үҙе – еңеү байрағы!

 

(Рәйлә Назарғолова)

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: