+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
7 Ноябрь 2021, 10:45

Башҡорт биланы – Тимур Рамазанов

Һәр кешенең Ер шарының ҡайһылыр мөйөшөндә үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған игеҙәге була, тиҙәр. Мәҫәлән, башҡорт эстрадаһының йәш йырсыһы Тимур Рамазановты күптәр Рәсәй йондоҙо Дима Биланға оҡшата икән.

Башҡорт биланы – Тимур Рамазанов
Башҡорт биланы – Тимур Рамазанов

Шулай итеп, был юлы “Аманат йондоҙлоғо”нда ҡунаҡта – “Башҡортостан ынйылары”, “Оҙон көй” конкурстарында 1-се, “Ирәндек моңдары”нда – 2-се урын, “Гәлсәр hандуғас”та һәм “Башҡорт йыры”нда “Өмөт” номинацияһын яулаусы Тимур РАМАЗАНОВ. Ул әлеге ваҡытта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Каруан” эстрада төркөмөнөң солисы булып эшләй.

– Тимур, үҙең менән журнал уҡыусыларын яҡындан таныштырып үтһәң ине.

– Мин Баймаҡ районының Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан Басай ауылында тыуғанмын. Алтынсы синыфҡа тиклем ауыл мәктәбендә белем алдым һәм артабан етенсегә Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия-интернатҡа уҡырға килдем. Гимназияла мин һуҡма инструменттар синыфында уҡыным һәм шулай уҡ фортепиано, вокал буйынса шөғөлләндем. Кәләшем Гүзәлиә менән биш йыл бергә йәшәйбеҙ һәм әлеге көндә Алтынай исемле матур, аҡыллы ҡыҙ үҫтерәбеҙ.

– Сәнғәт өлкәһенә аяҡ баҫырға һине нимә этәрҙе? Шуның тарихын ҡыҫҡаса һөйләп китһәң ине.

– Бәләкәй саҡтан башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға яраттым. Үҙем дә бер нисә йыр өйрәнеп, конкурстарға йөрөп, урындар ала башлағас, был өлкә миңә бик оҡшап ҡалды һәм минең өсөн шул этәргес көс булды.

– Әлеге ваҡытта эстрадала тамашасы һөйөүен ниндәй йырҙарың яулаған тип уйлайһың?

– Мин үҙем йырҙар ижад итергә яратам. Һуңғы йылдарҙа күбеһенсә үҙемдең йырҙарҙы башҡарам. Айырыуса “Күңелемдә яҙҙар”, “Сейәләрем”, “Тыуған ер”, “Төшөрмә ҡанаттарың” тигәндәрен башҡарғанда тамашасының күңеленә үтеп инә.

– Ә ниндәй стилдәге йырҙар оҡшай?

– Миңә поп-рок стиле оҡшай. Башҡортостанда ул стилде үҙ иткән йырсылар һәм йырҙар юҡ. Шуға күрә Рәсәй, Европа башҡарыусылары Николай Носков, Александр Маршал, Эросс Рамазотти кеүек йырсыларҙы тыңлайым.

– Киләсәккә ниндәйерәк уй-хыялдарың бар?

– Уныһы әлегә сер булып ҡалһын.

– “Аманат” журналын уҡыусы йәш дуҫтарға ниндәй теләктәреңде әйтерһең?

– Бәхетле, иманлы булһындар һәм насар ғәҙәттәрҙән ары торһондар!

– Ихлас әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Тимур! Ижади офоҡтарың тағы ла нығыраҡ киңәйһен!

 

Зарина БАҒЫШАЕВА әңгәмәләште.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: