Һин гҽнә кәрәк
1.Һағынып яна йөрәк
Осрашабыҙ ник һирәк?
Йәшәр өсөн, йәшәр өсөн,
Миңә бары һин кәрәк
Һиңә барыр юлымда
Үҫә ҡуйы тал тирәк
Аҙаштырмаҫ өсөн юлда,
Миңә бары һин кәрәк
ҡушымта
Мең төрлө ғазаптарҙы
Һыйҙыра бит бер йөрәк
Иң бәхетле булыр өсөн
Миңә һин генә кәрәк
2.Сәләм килә үзең юҡ,
Өҙөлә шуға үҙәк
Серҙәремде һөйләр өсөн
Миңә бары һин кәрәк
Яратыулы ҡараштан,
Гөлдәр үҫә тиҙерәк
Иң матурым тҽйәр өсөн
Миңә бары һин кәрәк.
3.Йүгереп менҽр инем
Тауҙары бҽйегерәк
Шунда мҽнҽр өсөн
Миңә һин генә кәрәк
Ауыр саҡтар килгәндә ,
Булырмын һиңә тҽрәк
Һынауҙарҙы уҙар өсөн,
Миңә бары һин кәрәк.