+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Шәһит “Хоттабыч” кем ул?

Шәһит Хамматов... Яңыраҡ ҡына уға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде. Уны кемдәрҙер “Хоттабыч”, кемдәрҙер бик оҫта алып барыусы булып белһә, икенселәр өсөн ул –  алдынғы ҡарашлы “шәп” актер. Ул ысынлап та шулай универсаль кешеме?  Әйҙәгеҙ был хаҡта үҙенән һорашайыҡ!

Шәһит “Хоттабыч” кем ул?
Шәһит “Хоттабыч” кем ул?

– Үҙегеҙ хаҡында һүҙегеҙ?

– Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуғанмын. Ябай башҡорт ауыл малайымын. Ғаиләбеҙҙә 5-се бала  булып донъяға килгәнмен. Иң бәләкәсе булғанғамы бутҡа һәм тормошто яратам.

– Шәһит ағай, беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?

– Беренсе тапҡыр 4-5 йәштәр тирәһендә һабантуйҙа, байрамында, сәхнәгә сығып, ҡысҡырып, “Бибинур” йырын йырланым.

– Мәктәптә нисек уҡынығыҙ?

– Мәктәптә бик “яҡшы” уҡыным  (көлә). Ныҡ шаян булдым, гел иң артҡы партала ултырҙым. Хамматов фамилияһынан да ныҡ уңдым, сөнки журналдағы список буйынса миңә килеп еткәнсе, тәнәфес етә лә ҡуя торғайны.

– Бала саҡҡа ҡайтыр инегеҙме? Әгәр ҡайтһағыҙ, нимәне үҙгәртер инегеҙ?

– Бала сағыма ҡайта алһам әгәр, атайым менән һөйләшер инем.

– Яратмаған дәрестәрегеҙ булдымы?

– Иң яратҡан дәрестәрем башҡорт теле менән физкультура булһа, иң яратмаған дәрестәремдең береһе геометрия ине.

– Һеҙгә ҡайҙа белем алырға тура килде?

– 1-се синыфты ғына ауылда уҡыным, 2-се синыфтан Өфөләге музыка мәктәбендә белем алдым. 1996 йылдан баян һәм пианино бүлегендә уҡыным. Һуңынан сәнғәт училищеһына “Тынлы, Флорнет, дирижер” бүлегенә уҡырға индем. Артабан актер бүлегендә уҡыным

– Шәһит ағай, ә һеҙ бәләкәй сағығыҙҙа “Аманат” журналын уҡый торғайнығыҙмы?

– Әлбиттә, уҡый торғайным. Миңә унда бигерәк тә “Мәңгелек сер”, “Хат алышайыҡ”, “Аманат” йондоҙлоғо рубрикалары оҡшай ине.

– Ә нисә йәштә тәүге тапҡыр ғашиҡ булдығыҙ?

– Беренсе тапҡыр 7-се синыфта уҡығанда ғашиҡ булдым. Ул ҡыҙ өсөн илағаным һаманда хәтерҙә. Иланым, сөнки ул мине яратмай ине.

– Бөгөн ниҙәр менән мәшғүлһегеҙ?

– Әлеге ваҡытта Милли йәштәр театрында эшләйем. Актермын. Бынан тыш төрлө юбилейҙар, туйҙар, төрлө мәҙәни сараларҙа алып барыусы булараҡ  сығыш яһайым.

– Хоттабыч ҡарт нисек барлыҡҡа килде?

– Фамилиям “Хамматов” булғас, шуға оҡшаш булһын тип, бер ваҡыт “Хоттабыч” булып  кейенеп матчҡа  барҙым. Мин барып кереү менән “Гол” индерҙеләр. Шулай итеп, мин “Хоттабыч” булып  барһам еңәбеҙ, бармаһам – еңеләләр. Шулай итеп мине хатта Ҡаҙан, Питер, Омскиға саҡыралар.

– Ниндәй фильмдар, йәнһүрәттәр ҡарайһығыҙ?

– Беҙ, ғөмүмән, телевизор ҡарарға яратмайбыҙ, күберәк өй эштәре менән булышабыҙ, баянда уйнайбыҙ. Ә Фильмдарға килгәндә, иһә – “Властелин колец”, йәнһүрәттәргә килгәндә, “Тамыр” телеканалын ҡарайбыҙ.

–Ғаиләгеҙ тураһында ла бер-ике һүҙ әйтеп китегеҙ әле?

– Иптәшем Айһылыу менән Ҡәҙриә  исемле ҡыҙыбыҙҙы үҫтерәбеҙ.

– Артис һөнәренең “плюс” һәм”минус“тары?

– Плюстарына килгәндә минең өсөн ул – бер “ваҡыт машинаһы”.  Төрлө заманға эләгеп, төрлө геройҙарҙы, кеше яҙмыштарын уйнау, ә минустары иһә –  ғаиләгә ваҡыт аҙ ҡалыуҙа.

– Сәнғәт менән киләсәген бәйләргә теләүселәргә кәңәштәрегеҙ?

– Ҡыйыуыраҡ, асыҡ йөҙлө булһындар, аптырамаһындар, ҡайғырмаһындар, мыжымаһындар. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән мәҡәлде онотмаһындар. Телефондан айырылып, күберәк тышта йөрөһөндәр, “Аманат”ты уҡыһындар.

Сәлимә Ҡаранаева әңгәмәләште.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: