+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
9 Апрель 2022, 09:00

Донъяны яратып, шатланып йәшәгеҙ

Был сибәр ҡыҙ башҡорт эстрадаһына сағыу, матур йырҙары менән гөрләп инде. Беҙҙең әңгәмә яңы йондоҙ Рәзинә Билалова менән булыр.  

Донъяны яратып, шатланып йәшәгеҙ
Донъяны яратып, шатланып йәшәгеҙ

Был сибәр ҡыҙ башҡорт эстрадаһына сағыу, матур йырҙары менән гөрләп инде. Беҙҙең әңгәмә яңы йондоҙ Рәзинә Билалова менән булыр.

 – Сәләм Рәзинә! Хәлдәр нисек? Кәйефтәр шәпме?

– Сәләм. Хәлдәр ҙә, кәйефтәр ҙә яҡшы, Аллаға шөкөр.

– Һин ҡайһы яҡтың һылыуы булаһың?

– Мин 1993 йылдың 10 мартында Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуғанмын.

– Һиңә йыр, моң ҡайҙан килә? Ғаиләңдә ижад һөйөүселәр булдымы?

– Йыр-моң минең ғаиләмдән килә. Атай-әсәйем һәм бер туғандарым бик матур йырлай. Улар бүтән сфера кешеләре булһа ла, сәнғәттән йыраҡ кешеләр тип әйтмәҫ инем. Атайым һәм әсәйем яҡлап та туғандарым йырлай, әсәйем яғынан музыканттар һәм дирижерҙар бар.

– Уңыштарың менән уртаҡлашып үтһәңсе?

– Ҡаҙаныштарға килгәндә, Учалы сәнғәт колледжында уҡыған ваҡытта төрлө конкурстарҙа ҡатнаша инем, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, бик күп еңеүҙәргә өлгәштем. 2020 йылда “Юлдаш” йырында ҡатнашып, лауреат булдым.

– Әлеге ваҡытта ҡайҙа?

– Әле Өфө балалар ижад йортонда йыр дәрестәре алып барам.

– Бала саҡҡа ҡайтып киләйек. Рәзинә, тәүге хистәреңде хәтерләйһеңме?

– Тәүге хистәрҙе, әлбиттә, хәтерләйем. Мин мәктәптә уҡыған саҡта кеҫә телефондары юҡ ине әле. Бер егет менән хат аша ғына булһала бер – беребеҙгә һөйөү хистәрен белдертеп йөрөй торғайныҡ. Ҡышҡы һалҡынға, көслө бурандарға ҡарамай, кисен урамда, етәкләшеп, мөхәббәттә сорнала инек. Хәҙер иҫләһәң – ҡыҙыҡ.

– Шул мәктәп, бала сағыңды ҡайтарып булһа әгәр, хәҙерге юлыңды үҙгәртер инеңме?

– Бер нисек тә үҙгәрткем килмәй. Бөгөнгә тиклемге яҙмышым үҙ урынында килә. Бала саҡҡа ҡайтып булһа, иң тәүҙә тырышып уҡыр инем, мин уҡыу яғына ялҡауыраҡ булдым, һәм үҙемә ҡыйыулыҡ өҫтәр инем.

– Кумирҙарың бармы?

– Кумирым – минең Әсәйем! Уны бер кем менән дә сағыштырып та, алмаштырып та булмай. Донъялағы иң яҡын ҡәҙерле кешем. Кәрәк саҡта кәңәшсем, шул ваҡыт та әхирәтем дә.

– Башҡорт аҫыл егеттәре һинеңсә ниндәй булырға тейеш?

– Башҡорт егеттәре иң тәүҙә тырыш булырға тейештер. Үҙ һүҙендә торған! Һәм мотлаҡ телебеҙҙе белгән.

– Киләсәккә пландарың?

– Пландар күп. Иң беренселәрҙән, ул ғаилә ҡорорға, сәнғәт юлымды юғары кимәлгә күтәрергә. Алға һәм алға атларға.

– “Аманат ” журналын уҡыусы дуҫтарыбыҙға теләктәрең ниндәй?

– “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәренә, мине ҙурлап, ошо журналға баҫтырғандары, донъяға танытҡандары өсөн ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Минең бәләкәйҙән “Башҡортостан ҡыҙы”, йә “Аманат” журналдарында баҫылырға тигән хыялым бар ине. Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты, Аллаға шөкөр! “Аманат” журналын уҡыусы дуҫтарыма шуны әйтер инем: бер ваҡытта ла үҙ – үҙегеҙгә ышанысығыҙҙы юғалтмағыҙ, яңылышыуҙан ҡурҡмағыҙ! Доньяны яратып, шатланып йәшәгеҙ, тормош ул шундай сағыу һәм матур!

– Рәхмәт, Рәзинә! Тап шулай булһын. Уңыштар һиңә!

– Рәхмәт үҙегеҙгә.

 

Рифат ЙӘМЛЕ ХАН әңгәмәләште.

Инстаграм: rifat_yamlikhin_official.

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: