+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
29 Апрель 2022, 10:11

29 апрель — бейеү көнө

Бейеү кешегә дәрт-дарман бирә! Өфө ҡалаһының Шамонин ауылында “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеү ансамбленә – 10 йыл! Ансамблгә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роберт Хәмиҙуллин нигеҙ һала. Әлеге көндә Роберт кәләше Алина менән балаларға бейеү серҙәрен төшөндөрә.

29 апрель — бейеү көнө
29 апрель — бейеү көнө

Ансамблдең үҙенсәлеге башҡорт балаларының күпләп йөрөүендә – ти етәксе. Ысынлап та, ансамбль нигеҙҙә башҡорт халыҡ бейеүҙәренә өҫтөнлөк бирә. Сөнки халыҡтың холоҡ-фиғелен бар нескәлегендә тойоп бейеүселәр һирәгәйә бара. Ә “Дарман”дар бейеүҙәрҙе саф башҡортса башҡарыу яҡлы, хәрәкәттәргә лә бик талапсан. Шуға ҡайҙа ғына сығыш яһаһа ла улар Башҡортостаныбыҙҙың, халҡыбыҙҙың, рухын, булмышын дөрөҫ итеп сағылдырыу маҡсатына тоғро ҡала килә.
Бынан тыш “Дарман” ансамбле репертуарында башҡорт, татар, урыҫ, үзбәк, һинд, молдован, испан, ҡытай, ҡаҙаҡ, Кавказ халыҡтары бейеү ҙәре лә, Роберт менән Алина үҙҙәре ижад иткән махсус бейеүҙәр ҙә бар.
Дәрестәрҙә һәр төрҙөң классик хәрәкәттәрен шымартыуға ҙур иғтибар бүленә. Балалар бе йеү менән бергә халыҡтың көнкүреше, йәшәйеше, мәҙәниәте тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ала. Шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле хәрәкәттәр балаларҙы физик яҡтан ныҡ үҫтерә, кәүҙәләрен нығыта, тын юлдарын аса, хәтерҙәрен яҡшырта.
– “Дарман” ансамбленә 1-се синыфтан балаларҙы ҡабул итәбеҙ. Бөгөн әҙерлек төркөмдәре менән бергә ансамблдә 130-ҙан ашыу бала бейеү серҙәрен өйрәнә. Улар аҙнаһына ике, өс тапҡыр икешәр сәғәтлек дәрестәр ала, — ти Ш. Р. Хәмиҙуллин.
Ун йыл эсендә “Дарман” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башкортостан, Рәсәй кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа лауреат һәм еңеүсе булып таныла.
31 майҙа “Дарман”дар дәүләт концерт залында 10 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләргә йыйына.
Унда тамашасыларыбыҙ төрлө халыҡ бейеү ҙәре, үҙебеҙҙең мәшһүр сәнғәт өлгөләре менән йәнә бер танышасаҡ.
Бына шулай, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, шатлыҡлы мәшәҡәттәр менән йәшәй “Дарман”дар. Тамашасы күңелендә ҡабынған һөйөү утын һүндермәй, яңынан-яңы дәртле, матур бейеүҙәре менән ҡыуандырып, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулап, һәр ваҡыт сағыу сәхнә йондоҙҙары булып балҡыһындар.

Сәлимә Ҡаранаева.

29 апрель — бейеү көнө
29 апрель — бейеү көнө
29 апрель — бейеү көнө
29 апрель — бейеү көнө
29 апрель — бейеү көнө
29 апрель — бейеү көнө
29 апрель — бейеү көнө
29 апрель — бейеү көнө
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: