Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим НУРҒӘЛИНДЫ тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының сағыу артисы, сәхнә оҫтаһы Нәғим Зәйләғи улы Нурғәлинды тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер, ижади үрҙәр, яңынан-яңы образдар тыуҙырырға насип булһын!
Гастроль ваҡыттарында артист халҡы төрлө ҡыҙыҡлы мажараларға юлығып ҡына тора. Шуларҙың береһе тураһында “Аманат” уҡыусыларына ла бәйән итәбеҙ.
"Башҡортостандың бер ауылында “Аҡ ҡалфаҡ” спектаклен ҡуябыҙ. Һуңғы сәхнә. Шаһтимер (Илсур Хәбиров) мине “үлтерергә” тейеш була. Ул килеп арттан бысаҡ ҡаҙай, мин, әлбиттә, “үләм” һәм дә уттың һүнгәнен көтөп ятам. Ут һүнә. Сәхнәлә дөм-ҡараңғы. Мин ике ҡулды алға һуҙып грим бүлмәһенә табан барам һәм ниндәйҙер ергә ҡолап төшәм. Грим бүлмәһенең ишек алдына барып төшкәнмендер, тип, шым ғына ятам. Бер ваҡыт сәхнәгә ут бирелә һәм бар халыҡ көлә башлай. Баҡтиһәң, мин сәхнәнән ҡолап төшөп тамаша залында ятам икән. Шулай итеп тамашасыларҙың һәм сәхнәләге дуҫтарымдың көлөүе аҫтында сәхнәгә менеп баш эйергә тура килде."