+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Оҙаҡ көткән премьера!

Әбей: Борон-борон заманда йәшәгән, ти бер Бабай. Булмаған ул бай. Булға-а-а-н, ти, уның бер кәзәһе менән һарығы. Бабай: Борон-борон заманда йәшәгән,ти, бер Әбей. Кәзә һауған, мамығын тараған, һарыҡ ҡараған, ни булһа ла, Бабайына яраған. (Дауамы - сайтта)

Оҙаҡ көткән премьера!
Оҙаҡ көткән премьера!

Оҙаҡ көткән премьера!

 

Әбей: Борон-борон заманда йәшәгән, ти бер Бабай. Булмаған ул бай. Булға-а-а-н, ти, уның бер кәзәһе менән һарығы.

Бабай: Борон-борон заманда йәшәгән,ти, бер Әбей. Кәзә һауған, мамығын тараған, һарыҡ ҡараған, ни булһа ла, Бабайына яраған.

 

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында бөгөн шаулап-гөрләп, спектакль премьераһы уҙҙы. Балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның “Бүре башы – ун ике” әҫәре буйынса ҡуйылған музыкаль әкиәттә гимназия-интернаттың 8-се синыф уҡыусылары ҡатнашты. Тамаша ике тапҡыр, ләкин бөтөнләй икенсе составта күрһәтелде. Ролдәрҙе Азалия Юламанова, Шәүрә Байышева (кәзә), Искәндәр Бирҙеғолов, (һарыҡ), Эвелина Миянова, Рената Ғайсина (әбей), Рим Кадаев (бабай), Анастасия Григорьева, Алһыу Ҡотоева (әкиәтсе ҡыҙ), Арыҫлан Булатов, Ғәлинур Ишмуллин (Баш бүре), Алһыу Ғарипова, Мәҙинә Мортаева, Нәркәс Шәйхисламова, Аэлита Янбаева, Азалия Иштәкбаева, Рушана Ғабдасировап, Айлина Ғәбитова, Розалина Байымова (бүреләр) юғары кимәлдә башҡарҙы.

Режиссеры, 1975 йылда  ошо уҡыу йортон уңышлы тамамлаған билдәле театр һәм кино актёры, режиссёр, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмирә Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова уҡыусыларҙың актерлыҡ һәләтен асыуҙа уңышлы эшләгән.

Рус драма театры балетмейстеры Вячеслав Шарун, композитор Әлфиә Зиннурова, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры рәссам-технологы Әнисә Томаншина,  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рима Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова, тәрбиәсе Фәймә Ғибәт ҡыҙы Ишморатова спектаклде сәхнәгә сығарыуҙа күп көс һалған.

Зал алҡыштарҙан оҙаҡ тымманы. Шаршау ябылып, спектакль тамамланғас та, тамашасылар, йәш артистар менән танышырға, хәбәрләшергә, иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашыҡты.  

 

Оҙаҡ көткән премьера!
Оҙаҡ көткән премьера!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: