+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Спектаклдән һуң кисерештәр...

 Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 8 "Б" синыфы уҡыусылары "Бүре башы - ун ике" спектаклен сәхнәләштерҙе. Артистар үҙҙәренең хис-тойғолары, кисерештәре менән уртаҡлаша.

Спектаклдән һуң кисерештәр...
Спектаклдән һуң кисерештәр...

Байымова Розалина:
- Бына көтөп алған көн үтеп тә китте. Бөгөн беҙҙең премьера булды! Уға беҙ февраль айынан әҙерләнә башланыҡ. Мин Инә бүре булып уйнаным. Уға бөтә күңелемде һалырға тырыштым. Роль миңә ауыр бирелде, сөнки уны төрлө характерҙа асырға тейеш инем: кәрәк саҡта уҫал да, ас та, ҡайһы мәлдә шат һәм күңелле лә. Әммә режиссерыбыҙ Әлмира инәй менән бөтәһен дә атҡара алдыҡ. Уға ҙур рәхмәт! Тамашасыға яҡшы итеп еткерә алыуыма шатмын.Шулай уҡ беҙгә ышанысын белдергән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙына һәм тәрбиәсебеҙ Ишморатова Фәимә Ғибәт ҡыҙына ла рәхмәттәремде еткергем килә. Улар беҙгә реквизиттар, костюмдар табып, һәр саҡ дәртләндереп торҙолар. Рәхмәт!!!

-Бирҙеғолов Искәндәр:
- Премьерала мин Һарыҡ ролен башҡарҙым. Ҡыйын бирелде, әммә беҙҙең режиссерыбыҙ Әлмира Ҡыуатова ролгә инеп уйнауҙы өйрәтте. Спектакль башланғас та тамашасыларҙың ихлас һәм көләс йөҙҙәре беҙгә дәрт өҫтәне. Һарыҡ ролен уйнауы ауыр булды, бөтә көсөмдө һалып тырыштым. Рәхмәтемде беҙҙең режиссерға, класташтарыма, тәрбиәсем Фәимә Ғибәт ҡыҙына, беҙҙең һәләтте асыуға мөмкинлек биргән уҡытыусыбыҙ Римма Мирсәйет ҡыҙына, гимназиябыҙға еткерәм! Киләсәктә тормошомдо театр менән бәйләр инем, сөнки актер булыуы миңә бик ныҡ оҡшаны.

Ҡотоҽва Лидиә:
- Прҽмьҽраны тулҡынланып көтөп алдым. Спҽктаклдә тәүгҽ тапҡыр ҡатнашып, үҙҽмдҽ һынап ҡараным. Һәм мин быға бик шатмын. Тҽатр минҽң ҡурҡыу тойғоларымды юҡҡа сығарҙы. Ысынлап та, ҡайһы саҡта үҙ фҽкҽрҽңдҽ әйтҽргә ҡурҡаһың, аҙаҡ үкҽнәһҽң. Ә сәхнәлә тап ошо сифаттарымды юҡҡа сығарыу өҫтөндә эшләнҽм дә. Спҽктакль миңә ныҡ оҡшаны. Бҽҙҙҽ әҙҽрләгән барлыҡ ҽтәксҽләргә рәхмәт бҽлдҽрәм.

Ғарипова Нәзифә:
- Класташтарымдың сығышын ҙур кинәнес менән ҡарап ултырҙым. Режиссёрҙың һәр деталгә профессиональ ҡарауы һоҡландырҙы. Дуҫтарым ролдәренә яуаплы ҡарап ныҡлы әҙерләнгәндәр, шуға ҡыуандым. Йөҙҙәренә гримм һалынғанлыҡтан, күбеһен танырлыҡ булманы. Ваҡытым күңелле һәм фәһемле үтеүгә барыһына ла рәхмәт белдерәм. Киләсәктә класташтарыма ижади уңыштар теләйем.

Раян Мөхәмәдийәров:
- Әкиәт миңә оҡшаны. Класташтарымды ҡыуанып ҡараным. Һәр береһе ролен киң күңел менән уйнаны. Ошоғаса класымдың бындай берҙәм булыуын күргәнем булманы. Береһе өсөн береһе янып торғаны күренеп торҙо. Бик матур сығыш яһанылар. Ғорурланып ултырҙым. Афарин!
Иптәштәремә уңыштар теләйем!

Булатов Арыҫлан:
- Был премьерала Баш бүре ролен башҡарҙым. Төп ролдәрҙең береһе булараҡ ҡабул итеп уйнаным. Ныҡышмалылыҡ, үҙ өҫтөмдә күп эшләү талап ителде. Образды тулыһынса асыу өсөн бүре характерын белеү мөһим ине, һәм мин быға ирештем, тип уйлайым.Тамашасыларҙың шат йөҙҙәренә, ихлас йылмайыуҙарына ҡарап, сығыштарыбыҙ оҡшағандыр, тимен. Уларҙың алҡыштары беҙгә дәрт бирҙе һәм көс өҫтәне. Киләсәктә артист һөнәрен һайлауым икеле. Сығышым кеше алдында һөйләргә, ышаныслы булырға өйрәтте. Сәхнәгә сығып, һәләттәребеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалған режисерыбыҙ Әлмира Шәриф ҡыҙына, әкиәткә бейеү һалған Вячеслав Александровичҡа, тәрбиәсебеҙ Фәимә Ғибәтовнаға ҙур рәхмәт!

Миянова Эвелина:
- Миңә бигерәк тә сәхнәлә уйнау оҡшаны. Спектакль өҫтөндә оҙайлы эш алып барҙыҡ. Ролемде яратып башҡарҙым. Әлмира Шәриф ҡыҙы миндә театрға һөйөү уятты, һәм киләсәктә үҙемде был һөнәр менән бәйләргә уйлайым. Театр сәхнәләрендә уйнарға хыялланам.

Кадаев Рим:
–Спектаклдә Бабай ролен уйнаным. Әлбиттә, йәш булғанлыҡтан, оло кешене уйнау ҡыйынға тура килде. Әммә Әлмира Шәриф ҡыҙы ярҙамында килештереп уйнай алдым. Был музыкаль әкиәт балалар өсөн бик фәһемле, барыһына оҡшағандыр, тип уйлайым.

Шәйхисламова Нәркәс:
- Спектаклдә уйнау миңә бик күп тормош һабағы бирҙе. Сәхнәлә үҙемде тоторға, һүҙҙәрҙе асыҡ, ҡысҡырып әйтергә, хәрәкәттәр менән эш итә белергә өйрәндем. Ролемде яратып башҡарҙым. Был сығыш ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ.

Янбаева Аэлита:
- Электән актер булырға хыяллана инем . Әлмира инәй килеп, класыбыҙ менән эшләй башлағас , хыялым тормошҡа ашҡандай булды. Ошо репетициялар ваҡытында класыбыҙ бик ныҡ дуҫлашты, берләште. Бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торҙоҡ.
Пьеса бик ҡыҙыҡлы. Һәр кем ролен оҫта башҡарҙы, тип уйлайым.
Әҫәр төбөндә тәрән мәғәнә ята. Рәсимә Ураҡсина беҙгә ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, уны хәл итеп була, тип әйтергә теләгән.
Беҙгә түккән түҙемлеге, көсө өсөн Әлмира инәйгә ҙур рәхмәт!!!

Ғарипова Алһыу:
-Премьера бик матур үтте. Бүре ролен уйнау ҡыҙыҡ булды. Бөтә күңелемде һалырға тырыштым. Бигерәк тә костюмдарыбыҙ оҡшаны, уны махсус беҙҙең өсөн тектеләр.
Телгә һөйөү уятҡан Әлмира инәйгә һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙына рәхмәт белдерәм.

Анастасия Григорьева:
- Бөгөнгө премьерала мин Әкиәтсе ҡыҙ ролен башҡарҙым.Сәхнәгә ысын актер булыуым бер аҙ тулҡынландырҙы, ләкин бөтә көсөмдө һалып уйнарға тырыштым. Тамашасылар беҙҙең сығышты берсә көлөп, берсә илап, йылы ҡабул итте. Артабан да актерлыҡ һәләтемде үҫтерергә теләйем. Беҙҙе әҙерләгән Әлмира Шәриф ҡыҙына ҙур рәхмәтемде белдерер инем!

Мортаева Мәҙинә:
- Миңә пьесалағы бейеүҙәр бигерәк тә күңелемә хуш килде. Үҙенсәлекле хәрәкәттәр менән бейеү һалған етәксебеҙ Вячеслав Шарунға рәхмәт белдерәм. Спектакль класыбыҙҙы яҡынайтты.

Ғәбитова Айлина:
- Гимназиябыҙҙа класыбыҙ әкиәттең премьераһын ҡуйҙы. Сәхнәгә сығыр өсөн, беҙ ныҡ әҙерләндек. Мин Бүре ролендә булдым. Образға инеүе ауыр булды, сөнки тәбиғәтем менән тыныс кешемен,тауышым шым. Әммә сәхнәлә уйнай башлағас,тауышым асылды. Бының өсөн миңә күп эшләргә тура килде. Артист булып уйнау оҡшаны. Бүре булып йөрөргә лә, олорға ла, һөйләшергә лә өйрәндек. Спектакль беҙҙең класты тағы ла яҡын итте.
Сәхнәгә сығарыуға үҙ өлөш индергән барлыҡ етәкселәремә ҙур рәхмәт!

Ғабсадирова Рушана:
–Бөгөнгө премьерала Бүре ролен уйнап, үҙемде бөтөнләй икенсе яҡтан астым: ҡурҡмайынса үҙ фекеремде әйтергә өйрәндем. Бының өсөн Әлмира Ҡыуатываға рәхмәт белдерәм. Ә әкиәт миңә оҡшаны. Бер ваҡытта ла ҡулды төшөрмәҫкә кәрәклекте аңланым.

Азамат Әйүпов:
- Миңә был спектакль оҡшаны. Әкиәттә күп проблемалар күтәрелә. Тормошта бирешмәҫкә кәрәк икәнлекте белдем. Класташтарым ролдәрен матур уйнаны. Айырыуса Һарыҡ роле оҡшаны, сөнки ул ҡурҡыу белмәй һәм һәр бер хәлдән сығыу юлын таба. Бүре роле оҡшаманы, әммә актерҙар һәйбәт уйнаны. Класташтарыма АФАРИН тип әйтәм! Уңыштар!

Шәүрә Байышева:
- Бына көтөп алған премьера ла килеп етте. 4 ай буйы репетицияларға йөрөп, ролдәрҙе яҡшы башҡарыр өсөн, бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ. Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар булды, әммә ҡәҙерле режиссерыбыҙ Әлмира Шәриф ҡыҙы менән еңел үткәрҙек. Спектаклдә бөтә оҫталығымды һалып уйнаным. Ошо ролдән һуң, актриса булғым килде. Киләсәктә һеҙ мине данлы театрҙарҙа ла күрерһегеҙ әле!

Иштәкбаева Азалия:
- Бүре булып уйнауы еңел бирелмәне, күп эшләргә тура килде.
Сәхнәлә үҙемде тоторға өйрәндем. Һәләттәремде асыуға көс һалған
Әлмира Шәриф ҡыҙына һәм башҡа етәкселәремә рәхмәт!
Бигерәк тә беҙҙе уҡытыусыларыбыҙ, атай -әсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ килеп ҡарауы һөйөндөрҙө.

 

Римма Тимербулатова

Спектаклдән һуң кисерештәр...
Спектаклдән һуң кисерештәр...
Спектаклдән һуң кисерештәр...
Спектаклдән һуң кисерештәр...
Спектаклдән һуң кисерештәр...
Спектаклдән һуң кисерештәр...
Спектаклдән һуң кисерештәр...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: