+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
13 Август 2022, 09:15

Билдәле шәхестәрҙең бала сағы

Ҡан фонтан кеүек урғылаааа...Бер бармағым эттең ауыҙында... Шул саҡ башымдан уй үтте: “Мин йырсы булырға хыяллана инем бит... Бер бармаҡһыҙ көйө сәхнәлә нисек йөрөрмөн?..

Билдәле шәхестәрҙең бала сағы
Билдәле шәхестәрҙең бала сағы

Альбина Килдейәрова

1982 йылдың 7 октябрендә Әбйәлил районының Ҡушый ауылында тыуған Тамъян ырыуы ҡыҙы, билдәле эстрада йырсыһы. “Гәлсәр һандуғас – 2007”, “Башҡорт йыры – 2020” телевизион конкурстары, “Туған тел Милли премия” музыкаль фестивале лауреаты.

 

Сибай гимназияһының математика класын тамамлай. “Альбина мәктәпте тамамлағас, математика фәнен һайлар,” – тип, уҡытыусыһы иң алдынғы уҡыусыһын ҙур өмөттәр бағлай. Ә ҡыҙҙың йырсы булыу хыялы көслө була.

Магнитогорск дәүләт университетына документтарын тапшыра. Әммә балдары тулмау сәбәпле, уҡырға инә алмай. Шулай ҙа ваҡытын әрәм итмәҫтән, ошо уҡ юғары уҡыу йортоноң әҙерлек курстарына йөрөй башлай. Бер юлы ҡаланың Халыҡтар дуҫлығы йортондағы “Аҡсарлаҡ” түңәрәгендә моң донъяһына сума. Үҙе кеүек үк, йыр-моң һөйөүсе әхирәттәр ҙә таба.

Бер заман, айырыуса яҡын күргән, үҙе уңған, үҙе шәп йырсы, үҙе бейеүсе әхирәте Фирүзә тыуған яғына ҡунаҡҡа алып ҡайта. Уларҙың өйҙәрендә тоҡомло ҙур эт йәшәгәнен белә Альбина. Ул эт йораты ғаилә ағзаларының күптәрен тешләп бөткән булһа ла, ни эшләптер һаман өй эседә бергә йәшәп ята.   

–Әхирәтем менән йыш ҡайта инек. Уларға барған ваҡытта эттәрен гел бәйләп ҡуялар. Минең күп килеүгә эт тә өйрәнеп киткәндәй булды. Шулай тип уйлап, хужалар бер ҡайтҡанымда этте бөтөнләй бәйләмәне. Юлдан ғына килеп, тәмле итеп сәй эсеп ултырабыҙ. Эт тыныс ҡына йөрөнө-йөрөнө лә, көтмәгәндә, миңә ташланмаһынмы?!. Ҡулымды тешләп алды. Эт менән тартҡылаша торғас, ауыҙынан ҡулымды бөтөн көсөмә тартып алдым. Ҡараһааааммм! Фонтанмы ни! Ҡан урғыла ғына! Бер бармаҡ юҡ... Эттең ауыҙында ҡалған. Шул саҡ башымдан уй үтте: “Мин йырсы булырға хыяллана инем бит... Бер бармаҡһыҙ көйө сәхнәлә нисек йөрөрмөн дә, нисек итеп микрофонды тотормон һуң!?.” Ҡурҡышымдан аҡырып илай башланым...  – тип иҫләй ул күңелһеҙ ваҡиға тураһында Альбина.

Ошоға тиклем минең бармағым юҡлығын күптәр белмәй. Сөнки микрофон тотоп, сәхнәгә сыҡҡанда мин уны йәшереп ҡуям. Хатта бергә аралашҡан артистар араһында ла һиҙмәйҙәр. Хәҙер бына “Аманат” уҡыусыларына серемде систем инде. Минең баш бармағым юҡ. Бармағымды эт ашаны!..

Бала саҡта ныҡ шыян инем. Бер заман ҡустым менән, һыбай йөрөп, һыйыр көтөүе көтәбеҙ. Шунда, уйынға онотолоп, кеше кәбәндәрен туҙҙыра башланыҡ. Шаяра торғас, ныҡ бейек бер кәбән башынан ҡолап төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғаным. Иҫемде юғалтҡаным. Ҡустым, битемә һуҡҡылап, иҫемә килтергән,  – тип бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаша йырсы.

Альбина апайығыҙҙың мажаралары донъяға тыуғас та башланған булған. Уны бала табыу йортонда уҡ, яңылыш, күрше ҡыҙы менән алмаштырғандар. Ул өс йәшенә тиклем күрше ғаиләлә йәшәй. Хәл былай була...

1982 йыл. Әбйәлил районының Ҡушый ауылындағы йәш ғаилә – Зәйнәп менән Юлай –  тәүге сабыйын көтә. Бер көндө буласаҡ әсә кинәт кенә ауырый башлай. Ҡатынының хәлен аңлап алған Юлай, машина эҙләргә тышҡа атыла. Урамда ул күршеһе Уралды осрата. Уның ҡатыны ла бәпәйгә ауырып киткән икән. Ауылда дауахана юҡ. Бер аҙҙан ирле-ҡатынлы ике йәш ғаилә район үҙәгенә елдерә, әммә Асҡарҙа уларҙы ҡабул итмәйҙәр.

– Улай булғас, әйҙә, Магнитҡа, – ти улар бер тауыштан. Әммә бәпәйҙәре, бына-бына тыуыр минуттарын белдерә башлай. Магнит ҡалаһына барып өлгөрмәйәсәктәрен аңлаған буласаҡ атайҙар, машиналарын юл ыңғайында ятҡан “Ҡыҙыл Башҡортостан” совхозы дауаханаһына турылай.

Шулай итеп, 15 минут ваҡыт айырмаһы менән, ут күршеләрҙең бер үк ваҡытта ҡыҙ балалары донъяға килә. Шәфҡәт туташы яңы донъяға килгән  бәпәйҙәрҙе, әсәләренә күрһәтеп тә тормай, йүргәккә төрөп, айырым палатаға урынлаштыра. Балаларҙы үлсәп, йыуындырып, ҡулдарына бирка тағып, төрөп мәшәҡәтләнгән арала, үҙе лә абайламаҫтан, биркаларын алмаштырып таға. Шулай, яңылыштан, балалар буталып китә. Шәфҡәт туташы сабыйҙарҙы насар уй менән алмаштырмай, әлбиттә.

Юлай менән Зәйнәп сабыйҙарына – Гөлгөнә, ә Урал менән Йәнифә –  Альбина тип исем ҡуша.

Ваҡыт тиҙ үтә. Сабыйҙар үҫә, тәпәй баҫа. Тәтелдәп, телдәре асыла. Теремек ҡыҙҙар, бер туғандай булып, бер-береһенән сығышмай тиерлек. Көндәре бергә үтә. Шулай бер заман кешеләр Гөлгөнәнең – Йәнифә апайҙар, ә Альбинаның Зәйнәп апайҙар яғына тартҡанын сырамыта. Был Йәнифә апайҙың күңеленә шик һала. Ул күршеләренең ҡыҙын иренең һеңлеләренә оҡшата. Тора-бара ауылда таныш-тонош, дуҫ-иш тә ҡыҙҙарҙың буталыуына тамсы ла шикләнмәй.

Ҡыҙҙар өс йәш самаһына еткәс, ике ғаилә лә,  кәңәшләшеп, Өфөгә юллана. ДНК һөҙөмтәһе бөтөн шик-шөбһәгә нөктә ҡуя: сабыйҙар ысынлап та алмашынған!

Нисек кенә ауыр булмаһын, күршеләр, ҡыҙҙарҙы алмаштырып алалар, ә исем ҡағыҙын яңыртып тормайҙар. Хәҙер Гөлгөнә ­– Альбинаға, ә Альбина Гөлгөнәгә әүерелә.

Яйлап, ҡыҙҙар үҙ атай-әсәйҙәренә өйрәнгәндәй була.

Ул ваҡытта өс йәштә генә булһа ла, Альбина барыһын да бик яҡшы хәтерләй. Сабый сағынан тәрбиәләгән әсәһе лә,  туғыҙ ай буйы ҡарырнда йөрөтөп, тапҡан үҙ  әсәһе лә бик ғазаплана, көн дә илай. Бәләкәйҙән сос ҡыҙ үҙ әсәһенә: “Зәйнәб апай, иламағыҙ! Мин бит хәҙер һеҙҙең ҡыҙығыҙ булам, һеҙҙә йәшәйем. Минең исемем Гөлгөнә түгел, ә Альбина,” – тип, ололарса йыуатыу һүҙҙәре әйтә алған. Күрше генә йәшәгәнгәлер, яңы ғаиләгә эйәләшеү осоро еңел үтә.

Альбина менән Гөлгөнә бер синыфҡа уҡырға төшә, бер партала йәнәш ултыра. Хатта өйҙән алып килгән бер телем икмәкте лә бүлешеп ашайҙар. Тыуған көндәрен дә бергә үткәрәләр. Ҡыҙҙар тәүге әсәйҙәрен дә, үҙҙәренекен дә “әсәй” тип йөрөтә.

Күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән күрше Йәнифә әсәһе: “Алла Пугачеваның “Миллион алһыу раузалар” йыры популяр ваҡыт. Альбинаға ике йәштәр тирәһе булғандыр. Һыйыр һауырға сығып киттем. Ул өйҙә тороп ҡалды. Инһәм, ни күрәм: балам  телевизорҙы ҡабыҙған, өҫтөнә биш ҡат төрлө-төрлө күлдәген кейеп алған да, концерт ҡуйып ята. Шул йырҙы бигерәк оҫта, моңло йырланы!

Бәләкәйҙән ярҙамсыл булды. Иҙән йыуһам да, ҡашығаяҡ сайһам да – яныма йүгереп килә. Иң бәхетле мәлдәр!” – тип, Альбинаның шуҡлыҡтарын әле лә бәхетле бер мәл кеүек кенә итеп хәтерләй.

    Йырсының һомғол, сибәр булыуының сере –  өйҙә махсус обруч менән шөғөлләнеү. Тик уның менән дөрөҫ шөғөлләнергә кәрәк икән. Гел бер яҡҡа ғына өйөрөлтһәң, эске ағзаларға зыян килеүе ихтимал. Шуға уң яҡҡа ла, һул яҡҡа ла бер тигеҙ өйөрөлтөргә кәрәк.

Бит тиреһен бал, тоҙ һәм башҡа ҡул аҫтындағы тәбиғи продукциялар ҡатнашмаһынан төрлө битлектәр, кремдар менән даими тәрбиәләй. Диетаға килгәндә, ит, йәшелсә-емеште ярата.

Альбина апайығыҙ, айлыҡ курстарға йөрөп, тегенсе һөнәрен дә үҙләштереп алған. Һоҡланғыс сәхнә костюмдары ла – үҙенең фантазия емеше.

Тәпәй баҫҡандан алып, “Миллион алһыу раузалар” йырын яратып йырлаһа ла, мәктәп йылдарында “йондоҙ” булып балҡымай. Шулай ҙа бала саҡтағы хыял-маҡсатын бер һүҙһеҙ тормошҡа ашыра Альбина Килдейәрова.

  

 

Билдәле шәхестәрҙең бала сағы
Билдәле шәхестәрҙең бала сағы
Билдәле шәхестәрҙең бала сағы
Билдәле шәхестәрҙең бала сағы
Билдәле шәхестәрҙең бала сағы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: