-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
18 Август 2022, 13:00

Силәбе өлкәһенең "Башҡкорд" балалар рок-төркөмө

Төркөм йәш. Төҙөлөүенә биш ай ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Британияның Blur төркөмө репертуарынан тәүге йырҙы яҙҙырып, клипты төшөрөп тә ҡуйғандар. Шулай итеп, киң билдәле "Song 2" йыры «Башккорд» башҡарыуында башҡорт телендә уңышлы яңғыраны.

Силәбе өлкәһенең "Башҡкорд" балалар рок-төркөмө
Силәбе өлкәһенең "Башҡкорд" балалар рок-төркөмө

Силәбе өлкәһенең "Башҡкорд" балалар рок-төркөмө

Яңыраҡ ҡына Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ҡарамағындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә гитарала уйнау курсы асылғайны. Курс етәксеһе билдәле музыкант Ришат Рәхимов. «Башккорд» тип исемләнгән балалар рок-төркөмөндә Силәбе мәктәптәре уҡыусылары шөғөлләнә.

Төркөм дүрт ҡатнашыусынан тора: Алтынай Нишанова (V синыф) – вокал, Ләйсән Мөхәмәтйәнова (VI синыф) — ритм-гитара, Асель Мөхәмәтйәнова (V синыф) — бас-гитара, Карина Бигелдина (IX синыф) — соло-гитара. Ришат Рим улы ай ярым дауамында һәр береһе менән аҙнаһына ике тапҡыр айырым шөғөлләнә. Төркөм йәш. Төҙөлөүенә биш ай ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Британияның Blur төркөмө репертуарынан тәүге йырҙы яҙҙырып, клипты төшөрөп тә ҡуйғандар. Шулай итеп, киң билдәле "Song 2" йыры «Башккорд» башҡарыуында башҡорт телендә уңышлы яңғыраны.

-Алтынай, Асель һәм Ләйсән быға тиклем бер тапҡыр ҙа гитарала уйнамаған, Карина үҙ аллы өйрәнгән. Береһе лә музыка мәктәбендә уҡымаған. Ҡыҙҙар һәләтле. Тиҙ арала гитара уйнау алымдары менән танышып, аккордтар төҙөү, бармаҡтар ҡуйыу өҫтөндә яҡшы эшләне. Барыһы ла һәйбәт барһа, көҙгә тағы ла бер клип донъя күрергә тора, — ти Ришат Рәхимов.

Төркөмдә барабансы юҡ. Яҡын арала Алтынай вокал һәм ритм-гитараны бер юлы алып барыр, ә һуҡма инструмент артында Ләйсән урын алыр тип ниәтләйҙәр.

«Башккорд» Ришат Рәхимов булдырған тәүге балалар рок-төркөмө түгел. Ҡасандыр ул төрлө төбәк һәм төбәк-ара вокаль-инструменталь конкур лауреаттары – «Abnormals» һәм «Гараж һатам» төркөмө егеттәре өсөн сәхнәгә юл асҡан. «48-се код» төркөмө иһә «Ҡош юлы» бард-фестиваленән һуң Башҡортостан йәштәре араһында билдәлелек яулай.

-Ришат Римовичтың балалар менән эшләү тәжрибәһе ҙур, улар менән уртаҡ тел таба белә. Ҡыҙҙар һәр дәресте көтөп ала, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән шөғөлләнә. Төркөмдөң атамаһын ҡатнашыусылар үҙҙәре уйлап тапҡан — «Башҡорт аккорды» һүҙҙәре ҡушылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, — ти Силәбе өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Рушания Нишанова.

Төркөм киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйған. Ришат Рәхимовтың әйтеүенсә, «Башккорд» нигеҙҙә автор репертуары менән сығыш яһаясаҡ. Улар өсөн «Ҡатай» йыры яҙылды. Ул Ҡоншаҡ районы Ҡатай ырыуы йәштәре съезының гимны булып яңғыраны. Силәбе өлкәһенең Метлин ҡасабаһында Көньяҡ Урал халыҡтары милли мәҙәниәттәренең «Zaman-2022» беренсе ҙур этно-фестивале үтте. Ҡатнашыусылар араһында – Башккорд башҡорт балалар рок-төркөмө.

Көҙгөһөн төркөм башҡорт йырҙарын башҡарыусылар араһындағы төбәк конкурсында ҡатнашырға уйлай.

Силәбе өлкәһенең "Башҡкорд" балалар рок-төркөмө
Силәбе өлкәһенең "Башҡкорд" балалар рок-төркөмө
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: