+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
26 Август 2022, 12:45

Тыуған көн менән!

Идаж юлын «Ҡаруанһарай» эстрада-фольклор төркөмөндә башлаған йырсының бөгөн тыуған көнө!

Тыуған көн менән!
Тыуған көн менән!

Ҡаршы алығыҙ – Рәдиф ЗАРИПОВ!!! Бөгөн уның тыуған көнө!!!Бергәләп ҡотлайыҡ, ДУҪТАР!!! 

Рәдиф Зарипов 1983 йылдың 26 авгусында Башҡортостандың Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуа. Малаяҙ урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова класында белем ала. Училищенан һуң, 2004 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында уҡый.
Хеҙмәт юлын «Ҡаруанһарай» эстрада-фольклор төркөмөндә башлай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған «Гәлсәр һандуғас» конкурсында ҡатнашыуы уға популярлыҡ килтерә. Рәдиф Зарипов үҙе лә көйҙәр яҙа, уның йырҙарын айырыуса йәш башҡарыусылар ярата.
Өйләнгән, хәләл ефете – артист, алып барыусы Земфира Байбулдина менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләйҙәр.
Республикабыҙҙың йыр сәнғәтенә индергән хеҙмәте 2022 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем менән билдәләнде.

(Мәҡәләне әҙерләгәндә Башҡортса Википедия мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Тыуған көн менән!
Тыуған көн менән!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: