+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
10 Сентябрь 2022, 12:20

МАЖАРАЛЫ БАЛА САҠ. ИЛНУР МИһМАНОВ

Үҫкәндә ҡыҙыҡ хәлдәр күп булды. Һөйләһәң, бер китап яҙырлыҡ. Бала булғас, аңһыҙбыҙ, көн дә атай-әсәйгә бер туҡтауһыҙ һорауҙар яуҙырып ҡына торабыҙ: «Беҙҙе ҡайҙан алдығыҙ?!.» Ә уларҙың яуаптары ябай: «һатып алдыҡ!»  

МАЖАРАЛЫ БАЛА САҠ.  ИЛНУР МИһМАНОВ
МАЖАРАЛЫ БАЛА САҠ. ИЛНУР МИһМАНОВ

Үҫкәндә ҡыҙыҡ хәлдәр күп булды. Һөйләһәң, бер китап яҙырлыҡ. Бала булғас, аңһыҙбыҙ, көн дә атай-әсәйгә бер туҡтауһыҙ һорауҙар яуҙырып ҡына торабыҙ: «Беҙҙе ҡайҙан алдығыҙ?!.» Ә уларҙың яуаптары ябай: «һатып алдыҡ!»

     Шулай, бер көндө дуҫыма килдем. Ҡапҡа эсендә йүгерешеп, уйнап йөрөгәндә, әсәләре, төргәккә төрөп, өйҙән бәпес алып сыҡты. Миңә ул ваҡытта 4-5 йәш тирәһе булғандыр.
     Бәләкәсте күргәс, миңә ҡыҙыҡ булып китте. “Бәпәйҙе миңә һатығыҙ?” – тип, дыу килтереп, һатыулаша башлағаным. Улар ҙа, әсәйемдең әхирәттәре, шаян булып сыҡты. “Һатам, аҡсаң бармы?” – тип, шаярта. Ул ваҡытта баламын, ышанам бит инде, “Нисә һум?” – тигән булам. Улар: “Миллион,” – тине. Йүгереп, өйгә ҡайтып, “бәпәй һатып алам,”  – тип илай-илай, аҡса таптыра башланым. Һумдың күпме икәнен дә белмәйем, иң мөһиме аҡса һүҙен беләм, миңә ҡағыҙ аҡса биреп сығарҙылар. Ашҡынып, ҡапҡанан эскә инеп, апайҙарға аҡсаны һонам. Улар “Тулмай бит аҡсаң,” – тип, тағы ҡытҡылдашты. Шулай итеп, өйгә дүрт-биш тапҡыр урап әйләнгәнмендер.  Йә йүргәк һорайҙар, йә башҡа нәмәне таптыралар. Уларға ҡыҙыҡ, ә миндә бәпес ҡайғыһы, ныҡ кәрәк ине ул бәпәй миңә!

     Шулай йүгерә торғас, кис төштө. Улар миңә бер заман: “Бәпәй йоҡлай, иртәгә килерһең, йәме, һөт тә алып кил,” – тип, тағы ла кире борҙолар. Төнө буйы шул баланы уйлап, йоҡлай алмай яттым. Иртәнсәк таң һарыһынан, һөт, ҡаймаҡ алып, бәпәйемде алырға йүгерҙем. Кешеләр таң һарыһынан көтөү ҡыуа. Барһам, ҙур ҡапҡа бикле, баҡтиһәң, малдарын артҡы кәртә ҡапҡаһынан ҡыуғандар. Ҡапҡа төбөндә көтә-көтә, көтөк булдым, арып-талып бөттөм, эскәмйәләренә ултырып, йоҡлап киткәнмен. Көтмәгәндә бер нәмә битемдән йомшаҡ ҡына итеп һыйпай бит! Тертләп уяндым. Ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем, селтәр быҙау сикәмдән ялап тора, өҫтәүенә, ҡолағыма “Мөөөө” тип, һуҙып тороп, оран һала.
     Йән-фарман елдереп, ҡайтып киттем. Табандарым ялтырап ҡына ҡалды.

     Ваҡыт уҙа торҙо, бала атлай, йүгерә башланы, әлхәмдүлилләһ. Хәҙер үҫеп буй еткәс тә, ауылға ҡайтһам, теге апайҙар: “Ильнур, һатып алмайыңмы бәпәйебеҙҙе? Һатабыҙ!” – тип һаман да шаяртып ала. Был ҡыҙыҡ мажара беҙҙең арала шулай мәңгелеккә лаҡап булып ҡалды инде.

Рифат Йәмлихин яҙып алды.

МАЖАРАЛЫ БАЛА САҠ.  ИЛНУР МИһМАНОВ
МАЖАРАЛЫ БАЛА САҠ. ИЛНУР МИһМАНОВ
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: