-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
11 Сентябрь 2022, 12:25

Мажаралы бала саҡ. Юнир һағынбаев

Бер ваҡыт ярҙан: “Ҡааайт!” – тигән әсе тауыш ишетелде. Боролоп ҡараһам, сыбыҡ тотоп, әсәйем баҫып тора. Шундағы минең оялыуым! Ҡыҙҙар алдында бик уңайһыҙландым. Иҫемдә мәңгегә ҡалды. Әле генә ҡунаҡ ҡыҙҙар алдында егет булып йөрөй инем, ә бында әсәйем сыбыҡ тотоп тора, етмәһә! Сыбыҡтың осо ғына эләгеп ҡалды.

Мажаралы бала саҡ. Юнир һағынбаев
Мажаралы бала саҡ. Юнир һағынбаев

Элегерәк ауылдарҙа балалар күп булды. Телефон, планшет тотоп ултырыу, интернет кеүек нәмә ул ваҡытта ҡайҙа инде?

      Беҙҙең иң бәхетле, хәтирәләргә бай, мажаралы үҫмер сағыбыҙ, урамда үтте, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Халыҡ телендә әйтелгән Әптерәхмән (АБДРАХМАН) урамы тулы бала-саға сыр-сыу килә, ауыл гөрләй, эй күңелле!

     8-9 йәштәр тирәһе ине. Йәмле йәйҙең бер көнө. Беҙ, күрше малайҙар менән кеше баҡсаһынан картуф сәлдереп, һыу инеп, бер юлы ҡурылған картуф ашарға тип, Һаҡмар буйына төштөк. Эй, рәхәтләнеп, һыу инәбеҙ, ҡурылған картуф ашайбыҙ, торғаны бер ләззәт инде! Бер заман, ауылыбыҙға килгән ҡала ҡыҙҙары һыу инергә тип, йылға буйына килеп төштө. Йәй булһынмы ауылыбыҙ ҡала ҡунаҡтары менән тула торғайны шул. Беҙ, егеттәр, юғалып ҡалманыҡ, бөтөн донъябыҙҙы онотоп, ҡыҙҙар менән һыу инәбеҙ. Уйнайбыҙ, шаярабыҙ, ярҙан һикерәбеҙ, йәнәһе лә егетлекте күрһәтәбеҙ инде. Көндөң нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ.Ҡараңғы ла төшә башлаған.

     Бер ваҡыт ярҙан: “Ҡааайт!” – тигән әсе тауыш ишетелде. Боролоп ҡараһам, сыбыҡ тотоп, әсәйем баҫып тора. Шундағы минең оялыуым! Ҡыҙҙар алдында бик уңайһыҙландым. Иҫемдә мәңгегә ҡалды. Әле генә ҡунаҡ ҡыҙҙар алдында егет булып йөрөй инем, ә бында әсәйем сыбыҡ тотоп тора, етмәһә! Сыбыҡтың осо ғына эләгеп ҡалды. Тиҙ генә ярға йүгереп сыҡтым да, кейемдәремде лә алмайынса, аяҡтар ергә лә теймәй, өй яғына остом. Ҡайтһам, көтөү төшкән булған, һыйырҙар быҙауҙарына ҡушылған. Ә көтөү ҡаршылау – минең елкәлә. Аҙаҡ ике аҙна һыу төшөргә барманым.

     “Аманат”ты уҡыусы дуҫтарым, бына шулай, ҡыҙҙар тип, башығыҙҙы юғалтмағыҙ, донъяғыҙҙы онотмағыҙ!

Рифат Йәмлихин яҙып алды.

Фотола Юнир Һағынбаев уртала баҫып тора

Мажаралы бала саҡ. Юнир һағынбаев
Мажаралы бала саҡ. Юнир һағынбаев
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: