Белорет районының Инйәр 2-се һанлы мәктәбендә “Аманат”ты яратҡан, бик дәртле, тырыш, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар уҡый. Яҡшы уҡыу менән бер рәттән төрлө спорт секцияларына, йыр-бейеү, һүрәт төшөрөү түңәрәктәренә яратып йөрөйҙәр. Мәктәп менән “Аманат”ты алдырып, уҡып ҡына ҡалмай, төрлө конкурстарында ҡатнашалар.
Яҡташтары – Белорет егете Илнар Ғәниев “Аманат”лы кисәнең биҙәге булды. Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ моңло тауышлы, үҙе лә йырҙар ижад итеп, уларҙы оҫта башҡарыусы, егет – “Аманат”тың йондоҙо.
Балаларға матур сара үткәрергә булышлыҡ иткән мәктәп директоры Рәфил Нуриәхмәт улы Иҙрисовҡа, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Марс ҡыҙы Саматоваға, уҡытыусыларға, уҡыусыларға, Инйәр 2-се мәктәбе уҡыусыларының ата-әсәләренә, йырсыбыҙ Илнар Ғәниевҡа ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Киләсәктә тағы ла осрашырбыҙ әле, тигән изге уй-теләктәр менән хушлаштыҡ “Аманат”лы дуҫтарыбыҙ менән.