+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
11 Ноябрь 2022, 13:53

«Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивалендә – яңы исемдәр билдәләнә

13 номинация буйынса ҡатнашыусылар араһынан  иң-иңдәре генә һайлап алынды. 

«Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивалендә –  яңы исемдәр билдәләнә
«Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивалендә – яңы исемдәр билдәләнә

«Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивале Республика Башлығы грантына ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул туған телендә төрлө йүнәлештә ижад итеүсе йәш һәләттәрҙе асыуға йүнәлтелгән.

 

Фестивалдә ҡатнашырға  13 номинация буйынса 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. «Йыл йырсыһы», «Йыл йыры», «Йыл клибы», «Йыл асышы», «Йыл төркөмө», «Йыл дуэты», «Йыл тренды», «Йыл композиторы», «Йыл шағиры», «Йыл каверы», «Йыл ремейкы», «Йыл блогеры» номинацияларында ҡатнашыусылар араһынан  иң-иңдәре генә һайлап алынды. Уларҙың сығышын абруйлы баһалама төркөмө тыңланы. Был һайлап алынғандар фестивалдең финалында сығыш яһаясаҡ. Еңеүселәрҙе иһә тамашасылар үҙҙәре фестивалдең финалында тауыш биреү юлы менән һайлаясаҡ.

Кемдәр Гала-концертта ҡатнашасаҡ?

Әйткәндәй, фестивалдең Гала-концерты  22 декабрҙә уҙасаҡ.

«Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивалендә –  яңы исемдәр билдәләнә
«Юлдаш Plus» Милли йәштәр фестивалендә – яңы исемдәр билдәләнә
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: