+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
30 Ғинуар 2023, 08:48

Ди-джей Рәлим Замановтың тыуған көнө бөгөн. Ҡотлайбыҙ!

Рәлим Заманов 1994 йылдың 30 ғинуарында Баймаҡ ҡалаһында донъяға килгән. Ул мәктәпкә бармаҫ борон уҡ үҙенең музыкант буласағын һиҙҙергән.

Ди-джей Рәлим Замановтың тыуған көнө бөгөн. Ҡотлайбыҙ!
Ди-джей Рәлим Замановтың тыуған көнө бөгөн. Ҡотлайбыҙ!
Рәлим Заманов 1994 йылдың 30 ғинуарында Баймаҡ ҡалаһында донъяға килгән. Ул мәктәпкә бармаҫ борон уҡ үҙенең музыкант буласағын һиҙҙергән. Ата-әсәһе, малайҙың йыр-моңға ынтылышын күреп, уны Өфө урта махсус музыкаль белем биреү колледжының Сибайҙағы филиалына баян класына уҡырға бирә. Өс йылдан һуң ул уҡыуын Өфөлә дауам итә. Рәлим башкөллө музыка донъяһына сума. 15 йәшендә үк тәүге көйөн яҙа, клуб музыкаһында ла үҙен һынап ҡарай.
 
2012 йылда ул Башҡорт дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә. Бөгөн ул – заманса башҡорт эстрадаһында танылған аранжировщик, тауыш продюссеры, музыкант-аккомпаниатор (баянда һәм фортепианола уйнай), Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән йырсылар менән эшләй. 2015 йылда үҙенең Play_Studio тип аталған музыка студияһын аса.
 

– Рәлим, мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Үҙең яҙған тәүге көйҙө нисек атаның?

– Беренсе йырым “Ғашиҡмын һиңә” тип аталғайны. Мин уны 10-сы синыфта уҡығанда яҙҙым.

– Ҡасандан алып диджей булараҡ сығыш яһай башланың?

– Ди-джей булараҡ сәнғәт академияһының 1-се курсында белем алған ваҡытта сығыш яһай башланым.

– Ә йәйҙе нисек үткәрәһең?

– Йырсы, музыкант өсөн йәй – ул гастролдәр осоро. Йышыраҡ республика буйлап концерттар ҡуябыҙ, бушыраҡ ваҡытта студияла йырҙар яҙам. Шулай ҙа йәмле йәйҙе бөтөнләй ялһыҙ үткәреү хилафлыҡ булыр ине, шуға ла ял итергә ауылға ҡайтам.

– Башҡортостанда иң яратҡан урының ҡайҙа?

– Минең өсөн иң йәмле, күңелде тартып торған урын ул – Талҡаҫ күле. Унда ял иткәндә тән дә, йән дә энергия ала.

– Play_Studio тураһында ла һөйлә әле. Унда һеҙ нимә эшләйһегеҙ?

– Play_Studio – ул минең өсөн музыкант ҡо- рамы, сәнғәткә, ижадҡа бәйле эштәрем ошо студияға бәйле. Башта булған бөтөн уйҙарҙы, теләктәрҙе көй аша ошонда сығарам. Әлбиттә, бында йыр, көй яҙыу буйынса күбеһенсә йәш йырсыларға ярҙам итәм, шулай уҡ Elvin Grey, Әнүәр Нурғәлиев, Фирүзә Париж кеүек ҙур популярлыҡ яулаған йырсылар менән дә эшләйем. Студияға дуҫтарым – Ғайсар Миндеғолов, Йәмил Баймырҙин һәм башҡалар ҙа килә.

– Йырсыларға, диджейҙарға айырыуса көндөҙ генә түгел, төндә лә эшләргә тура килә. Был шәхси тормошҡа зыян итмәйме?

– Минеңсә, илһам күбеһенсә кис, йәки төндә килә. Көндөҙ бүтән эштәр менән булаһың, ә төн ул – ижад өсөн.

– Төндә йоҡоң туймаһа, иртәгәһенә нисек хәл йыяһың?

– Йоҡо туймай – уныһы дөрөҫ. Әммә эшеңдең ыңғай һөҙөмтәһен күреү – үҙе ҙур бәхет.

– Ә ниндәй хоббийың бар?

– Еңел атлетика менән шөғөлләнәм – йүгерәм. Спортзалға йөрөүҙе һәйбәт ғәҙәт итеп алдым.

– Журнал уҡыусыларына ниндәй теләктәр еткерер инең?

– Беренсенән, һәр уҡыусыны тырыш булырға өндәр инем. Тырыш кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Туҡтап ҡалмаҫҡа, күңелде юҡ-барға төшөрмәҫкә һәм дә инде үҙеңдең хыялыңа ирешергә кәрәк. Икенсенән, ниндәй генә хәл булмаһын, тормоштоң тик яҡты яҡтарын ғына күрә белеү зарур. Позитив кешеләр бер-береһенә ылыға һәм шул саҡта донъя ла йәмлерәк була. Бәхетле булығыҙ, “Аманат”тан айырылмағыҙ тигән теләктә ҡалам.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рәлим! Яңынан-яңы йырҙар, көйҙәр менән ҡыуандыр беҙҙе!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: