+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
27 Февраль 2023, 17:09

Юлай Ҡасимов – «ЕР РУХЫ»

24 мартта 19:00 сәғәттә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында танылған ҡурайсы Юлай Касимовтың ҙур концерты үтә. «ЕР РУХЫ» тип аталған тамаша тыңлаусыларҙы музыка донъяһына алып инә һәм башҡорт ҡурайының хәҙерге яңғырашын баһаларға мөмкинлек бирә.

Юлай Ҡасимов – «ЕР РУХЫ»
Юлай Ҡасимов – «ЕР РУХЫ»

24 мартта 19:00 сәғәттә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында танылған ҡурайсы Юлай Касимовтың ҙур концерты үтә. «ЕР РУХЫ» тип аталған тамаша тыңлаусыларҙы музыка донъяһына алып инә һәм башҡорт ҡурайының хәҙерге яңғырашын баһаларға мөмкинлек бирә. Сараның исемен һайлағанда ойоштороусылар Рәшит Зәйнетдиновтың һәм Георгий Калитовтың шул уҡ исемдәге картинаһы менән илһамланған.

Кисәне тағы ла башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Рәфис Сирусин, Алиса Йомағәлиева, Алена Завьялова һәм ҡыл-ҡумыҙсы Зәлиә Ғәниәтуллина биҙәйәсәк. Был концерт ҡурайсының карьераһында өсөнсө ҙур концерт булып тора. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, сара ҡурай, башҡорт тарихы һәм мәҙәниәтенә тамашасыларҙы тағы ла тәрәнерәк сумдырасаҡ.

Билеттарҙы киләһе һылтанманан һатып алырға мөмкин: https://iframeab-pre2638.intickets.ru/seance/13220932 . Шулай уҡ, Пушкин картаһы менән дә алыу мөмкинлеге бар.

Белешмә

Юлай Ҡасимов - Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы, Башҡортостандың алдынғы ҡурайсыларының береһе, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, республика конкурстары еңеүсеһе. Рәсәй ҡалалары, яҡын һәм алыҫ сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була. Беҙҙең республика исеменән Көньяҡ-Көнбайыш Азия илдәренән, Төркиәнән, Италиянан, Болгариянан, Испаниянан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, Солтанат Омандан һәм башҡа илдәрҙән сығыш яһанылар. 2016 йылда солист булып  ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки халыҡ уйын ҡоралдары оркестрында уйнай.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: