+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

“Аманат”тың дуҫы КЛЭНТОН (Ильяс Батыргәрәев) концертына саҡыра

Уның авторлыҡ йырҙары 2022 йылда һанлы майҙансыҡтарҙа биш миллиондан ашыу тыңлау йыйған. Ә "Юлдаш плюс" радиостанцияһы "Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәләлә" ретро йырын яңы башҡарған өсөн "Йыл йырсыһы" тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.

“Аманат”тың дуҫы КЛЭНТОН (Ильяс Батыргәрәев) концертына саҡыра
“Аманат”тың дуҫы КЛЭНТОН (Ильяс Батыргәрәев) концертына саҡыра

20 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто авторҙың тәүге ҙур концертына саҡыра.

Өфөнән йырсы ике телдә - рус һәм башҡорт йырын йырлай. Уның авторлыҡ йырҙары 2022 йылда һанлы майҙансыҡтарҙа биш миллиондан ашыу тыңлау йыйған. Ә "Юлдаш плюс" радиостанцияһы "Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәләлә" ретро йырын яңы башҡарған өсөн "Йыл йырсыһы" тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде. Артист программаһында ике сәғәтлек концертында - автор йырҙары һәм популяр хиттары менән сығыш яһай.

Махсус ҡунаҡтар:

- Real Yandi (Дмитрий Якокин);

- Анастасия Шерстобитова - бөтә Рәсәй вокал конкурстары еңеүсеһе;

- Бейеү шоуы.

Пушкин картаһын ҡулланыу мөмкинлеге бар

Билеттар: https://widget.afisha.yandex.ru/w/sessions/MzYxODZ8MzgyODgyfDI1NDczODR8MTY4MTk5OTIwMDAwMA==?clientKey=07bc5104-581a-456b-bd87-18800ad885b2 

 

Клэнтондың "Аманат"лы концерты: https://amanat.su/articles/bash-ortsa-videoya-malar/2022-12-08/egermensel-r-klentondy-yaratty-3063215 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: