+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
27 Апрель 2023, 17:55

Тормош ҡайнай бында!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ошо көндәрҙә шаулап-гөрләп ижади коллективтарҙың йомғаҡлау концерты үтте.

Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ошо көндәрҙә шаулап-гөрләп ижади коллективтарҙың йомғаҡлау концерты үтте.

 

Был данлыҡлы белем йортонда уҡыусы балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн күп мөмкинлектәр булдырылған. Гимназия-интернатының уҡытыу программаһын тәрбиәүи эш кенә тулыландырып ҡына ҡалмай, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һаҡлау, уҡыусыларыбыҙҙың рухын үҫтереүгә ярҙам итә. Ә балаларҙы һәр яҡлап дәртләндереп, йыл дауамында төрлө ижади коллективтар эшләй.

 

Гимназия ҡыҙҙары “Бейеү – ул беҙҙең тормош ритмы,” – ти. Улар  бигерәк тә хип–хоп ритмында хәрәкәт итергә ярата. Бейеү сәнғәте уҡыусылар өсөн үҙеңде камиллаштырыу һәм йәшәү мәғәнәһе булып тора. “В ритме танца” заманса бейеү ансамбленең етәксеһе Вячеслав  Шарун бейеүгә йөрөгән ҡыҙҙарҙың характерына тап килеп торған дәртле бейеүҙәр һала. Бейеүселәр йылдан-йыл күберәк тәжрибә туплай.

 
Биш йыл инде Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова “Башҡорт биҙәүестәре” түңәрәген етәкләй. Бында шөғөлләнгән ҡыҙҙар үҙҙәренең ижад емештәрен тамашасыға беренсегә күрһәтте. “Башҡорт биҙәүестәре”нең сығышы Милли кейемдәр көнөнә арналды һәм байрамдың бик сағыу, үҙенсәлекле мәле булды! Быйылғы уҡыу йылында 70-ләп уҡыусы ошо түңәрәктә үҙенең һөнәрен арттырған. Оҫта ҡуллы ҡыҙҙар биҙәүестәрҙе эшләү серҙәренә генә төшөнөп ҡалмай,уларҙың тарихын, үҙенсәлектәрен дә өйрәнә. Афарин, өлгөрбикәләр!

Ҡыҙҙарҙы сәхнәгә әҙерләү, сәхнәне биҙәү, үҙеңде сәхнәлә тотоу, музыкаль яҡтан биҙәү, костюмдар менән тәьмин итеү тотош ижади команданың эш һөҙөмтәһе. Вячеслав Шарун, Ләйлә Юлғотлина, режиссер Әлмира Ҡыуатова, Вадим Трегубов, Арыҫлан Ҡаһарманов, Әмир Ғәликәев, Анир Таһировтар, Рәис Низаметдинов Әлиә Раҡаева, синыф тәрбиәселәре был күренеште ойоштороуҙа үҙҙәренең көсөн йәлләмәгән.  

Моңло йырҙар кешене рухландыра. Гимназияның “Ынйылар”, “Гәлсәр” вокаль ансамблдәре (етәксеһе Әминә Баймөхәмәтова) башҡарыуында төрлө тауышҡа яңғырыған композициялар тамашасы күңелен ләззәтләндерҙе.

 

«Аҡйондоҙ» өлгөлө бейеү ансамбле лә гимназия-интернатта бик уңышлы эшләп килә. Бөгөнгө көнгә уның репертуарында утыҙҙан ашыу бейеү бар! Ансамблдең етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Рәис Низаметдинов, педагог-репетиторы Алмас Такалов. 2022 йылда абруйлы “ӨЛГӨЛӨ ансамбль” исемен алдылар. Быйылғы уҡыу йылында ла ансамбль үҙенең сағыу сығыштары менән төрлө конкурстарҙа, концерттарҙа халыҡ һөйөүен яуланы.

“Аҡйондоҙ” өлгөлө бейеү ансамбленең “Бейеүселәр ярышы”н был сара тамашасылары көслө алҡыштарға күмде.

2004 йылда гимназияла Әнүәр Хәким улы Шафиҡов башланғысында ҡурайысылар ансамбле тергеҙелә һәм түңәрәккә Әҙеһәм Исҡужин исеме бирелә. Ансамбль республикала, ҡалала үткән мәҙәни сараларҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Ҡурайсылар бәйгеләрендә беренселекте бирмәй! 2010 йылдан ансамблде, үҙе лә бик күп республика ҡурай бәйгеләре еңеүсеһе булған, Вәсил Ришат улы Баймырҙин етәкләй. Район, ҡала, республика кимәлендәге концерттарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә үҙҙәренең сығыштары менән халыҡты ҡыуандыра. Байрамда Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамблен көслө алҡыштарға күмеп, ҡаршы алдылар.

 

«Аҡйондоҙ» өлгөлө бейеү ансамбле башҡарыуында “Гөлнәзирә”бейеүе кисәне йомғаҡлап ҡуйҙы.  Сәхнә түренә һыймай, тамашасы залына төшөп, ихлас бейегән, профессиональ кимәлгә күтәрелгән «Аҡйондоҙ»ҙарҙы  барыһы ла аяғөҫтө алҡышланы!

 

Киләһе осрашҡанға тиклем һаубуллашып, яңы үрҙәр, уңыштар теләп, дуҫтар,  ижадташтар иҫтәлеккә дөйөм фото төшөргә ашыҡты.

 

 

Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!
Тормош ҡайнай бында!
Автор:
Читайте нас: