Шамон мәктәбендә – “Аманат”лы дискотека
Быйылғы уҡыу йылын Шамон мәктәбе уҡыусылары бик уңышлы тамамланы. Йыл буйы төрлө сараларҙа – олимпиадалар, байрамдар, конкурстарҙа– ҡатнаштылар.
Мәктәп, синыф тормошонда әүҙем, иң шәп синыфтар 2023 йылдың 2-се яртыһына “Аманат” журналына ла дәррәү яҙылды.
Майҙың һуңғы көндәрендә “Аманат”тың дуҫтары, уҡыу йылы тамамланыу уңайынан, “Аманат”лы дискотека-концертта күңел асты. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, йырсы, ҡурайсы, “Аманат”тың йондоҙо Рифат Йәмлихин уҡыусыларға байрам кәйефе бүләк итте. Балалар Рифат ағайҙарына ҡушылып, йырланы ла, бейене лә, төрлө уйындарҙа ҡатнашты.
Шамон мәктәбе уҡыусыларына, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә һәм беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ Рифат ағай Йәмлихинға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
“Аманат”лы булайыҡ!
Фотолар альбомда: https://vk.com/album-41010454_291922563